Һорау-яуап27.06.2014
Үҙгәрештәр индерелә

Киләһе йылда, Берҙәм дәүләт имти­ханынан тыш, сығарылыш иншаларын да яҙыу талап ителә, тиҙәр. Юғары уҡыу йортона уҡырға ингәндә, абитуриент­тарҙың шәхси ҡаҙаныштары ла иҫәпкә алынырға тейеш, тип ишеткәйнем. Шулар дөрөҫмө?

Альбина.
Илеш районы.

Ысынлап та, күптән түгел Рәсәйҙең мәғариф министры Дмитрий Ливанов ошо хаҡта белдерҙе. Был яңылыҡты министрлыҡ августа раҫларға йыйына. «Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре – мәктәптәрҙә белем биреү кимәлен тикшереүҙең берҙән-бер юлы, шулай уҡ уҡытыусыларҙың эшен баһалауҙың мөһим критерийы», – тине ул. Министрҙың әйтеүенсә, киләсәктә Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыу­сыларға ҡарата психологик баҫымды кәметергә кәрәк. Улар был һынауҙарҙы һуңғы бер сара кеүек ҡабул итергә тейеш түгел. Шуға төбәктәрҙә һынауҙы йыл әйләнәһенә ҡайтанан тапшырыу мөмкинлектәрен булдырыу зарур.





Күпме эшҡыуар бар?

Республикала күпме кеше бәләкәй һәм урта эшҡыуар­лыҡ менән шөғөлләнә икән?

А. ӘХМӘТОВ.
Әбйәлил районы.

Йыл башындағы мәғлүмәттәргә ҡарағанда, Башҡортостанда бөтәһе 128 мең кеше бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. Уларҙың 1,9 меңе 1,3 миллиард һумдан ашы­уыраҡ финанс ярҙамы алған. Эшҡыуарҙарҙан республиканың тупланма ҡаҙнаһына ингән һалым килемдәре 5,5 миллиард һум тәшкил иткән.






Ә бензин ҡиммәт...

Волга буйы федераль округында трам­вайға иң түбән хаҡ Башҡортостанда, тип ишеткәйнем.
Динар ФӘЙЗИЕВ.
Ҡалтасы районы.

Эйе, ысынлап та шулай. Бынан тыш, башҡа төбәктәр менән сағыштырғанда, респуб­лика­ла троллейбуста йөрөү, тауыҡ ите, йылы һәм һалҡын һыу арзаныраҡ. Башҡортостанстат мәғлүмәттәренә ҡараған­да, был күрһәткестәр буйынса округта икенсе урынды биләйбеҙ. Ә бына «АИ-95» бензинына хаҡ, киреһенсә, иң ҡиммәте. Шулай уҡ арыш икмәгенә, балыҡҡа, маргаринға, һыйыр итенә хаҡтар «тешләшә». Дөйөм алғанда, дүрт айҙа хаҡтар 5,8 процентҡа артҡан.






Өфө егетенә уңыштар теләйек

«Формула-1» пилоты Даниил Квят тураһында белергә ине. Етмәһә, ул Өфөнән, тиҙәр...

Ансар Ғ.
Бөрө ҡалаһы.

Баш ҡалала тыуып үҫкән егет «GQ» журналының «Йыл кешеһе» премияһына тәҡдим ителгән. Рейтингты төҙөүселәр фе­ке­ренсә, ул «GP3» мәртәбәле уҙыш се­рия­һында дүртенсе тапҡыр рәттән ал­дын­ғылыҡты бирмәй. Ул ғына ла түгел, Рәсәй Автомобилселәр федерацияһы тарафынан «2013 йылдың иң яҡшы уҙышсыһы» тип танылған. Тауыш биреү 31 авгусҡа тиклем дауам итә. Яҡташыбыҙ еңеп сығыр тигән өмөттә ҡалайыҡ. Әйткәндәй, Даниилдың олатаһы Эрик Мусин – билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре.






Ваҡытлыса түләмәйәсәкһегеҙ

Эш урынынан Германияға оҙайлы командировкаға ебәрҙеләр, шуға торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләй алмайым...

Илшат.
Ишембай ҡалаһы.

Фатир хужаһының өйҙә булмауы уны торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙән азат итмәй. Шуға һеҙгә һәр осраҡта бурысығыҙҙы ҡапларға тура киләсәк. Етмәһә, ваҡытында түләмәгән өсөн пеня ла өҫтәүҙәре ихтимал. Әммә өйҙә булмауығыҙ сәбәпле һалҡын, эҫе һыу, электр уты һәм газ өсөн йыйылып киткән хаҡты яңынан иҫәпләтә алаһығыҙ. Бының өсөн торлаҡ файҙаланыу идаралығына ғариза яҙырға тура киләсәк. Быға өҫтәп, фатирҙа ваҡытлыса йәшәмәгәнлегегеҙҙе раҫлаусы билеттарҙы, ҡунаҡханалағы урын өсөн түләгән квитанцияларҙы, эш урынынан белешмәне һәм башҡа документтарҙы тапшырырға кәрәк. Һөҙөмтәлә торлаҡ-коммуналь түләүҙәрҙең бер өлөшөн, мәҫәлән, ихатаны йыйыштырыу, лифтты файҙаланыу кеүек хеҙмәттәр өсөн хаҡты алмаҫҡа тейештәр. Әммә был хәлдең һеҙ командировкала булған осорға ғына ҡағылғанын хәтерҙән сығарырға ярамай.






Һатып алғанда һаҡ бул

Иғлан буйынса кеҫә телефоны һатып алғайным. Уны полиция хеҙмәткәрҙәре тар­тып алды. Баҡтиһәң, ул – матди дәлил. Хәҙер миңә нимә эшләргә?

Азат М.
Мишкә районы.

Әгәр телефонды шәхси эшҡыуарҙан йәки ойошманан һатып алған булһағыҙ, аҡсағыҙҙы кире ҡайтарыуҙы талап итергә хоҡуҡлыһығыҙ. Берәй кешенән алған осраҡта, унан матди зыянды ҡаплатыу мәсьәләһе бик ҡатмарлы. Бының өсөн судҡа мөрәжәғәт итеү фарыз. Киләсәктә ҡулдан әйбер алған ваҡытта ябай яҙма формала килешеү төҙөп, тауарҙың хаҡын күрһәтеү мотлаҡ.







Һәр нәмәнең үҙ мәле

Күп балалы әсәмен. Урындағы хакимиәттә белешмә кәрәк булғайны, бер ай көтөргә тура килер, тип яуап бирҙеләр. Был ысынлап та шулаймы?

М. ӘЛИМОВА.
Өфө ҡалаһы.

Рәсәй закондарына ярашлы, граждандың мөрәжәғәте бер ай эсендә ҡарала. Һеҙгә ҡултамғаһы кәрәк булған етәксенең шәхси ҡабул итеүенә барығыҙ һәм уны белешмәнең тиҙерәк бирелеүе мөһим икәнлегенә ышандырырға тырышығыҙ, тип кәңәш әйтергә генә ҡала.






«Атайымдан ҡалған мөлкәт кемгә булыр?»

Атайым вафат булды. Уның берҙән-бер ҡыҙымын. Ул, никах теркәт­мә­йенсә, икенсе ғаиләлә лә йәшәгәйне. Үлгәндән һуң үҙенең исеменә яҙылған авто­мобиле менән гаражы ҡалды. Ҡәҙерле кешемдең барлыҡ мөлкәтенә мин дәғүә итә аламмы, әллә икенсе ғаилә ағзаларына ла мираҫ бүленергә тейешме?

Дилә.
Учалы ҡалаһы.

Әгәр атайығыҙ васыятнамә ҡалдырмаһа, закон буйынса һеҙ генә берҙән-бер вариҫы булаһығыҙ.







Аҡсалата түләнәсәк

Ярты йылдан ашыу бер ойошмала тир түктем. Күптән түгел яңы эш урыны таптым. Эштән киткәндә отпуск өсөн аҡсалата компенсация түләнәме?

Д. ИШЕМҒОЛОВ.
Өфө ҡалаһы.

Рәсәй Хеҙмәт кодексының 127-се статьяһына ярашлы, файҙаланылмаған отпуск өсөн аҡсалата компенсация түләнергә тейеш. Ул эштән киткән көндә бирелә һәм быға отпусктың оҙайлылығы, хеҙмәт договорының ни сәбәптән ғәмәлдән сығыуы кәртә була алмай.






Бер көндә юҡҡа сыҡты

Совет осоронда тинләп йыйған әллә күпме аҡсам иҡтисади тотороҡһоҙлоҡ арҡаһында юҡҡа сыҡҡайны. Мине һуңғы юлға оҙатҡанда балаларым аҡса эҙләп йонсомаһын тип туплаған һумдарҙың, исмаһам, аҙ ғына өлөшөн булһа ла кире ҡайтара алмайым. Тинләп кенә түләйҙәр...

Мөкәрәмә Мәхмүт ҡыҙы.
Бәләбәй ҡалаһы.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, граждандарҙы һәр яҡлап ҡурсаларға бурыслы дәүләт халыҡты намыҫлы хеҙмәте һөҙөмтәһендә тупланған аҡсаһынан мәхрүм итте. Быны башҡаса бер нисек тә аңлатып булмай.
1992 йылда илдә үткәрелгән либерализация һөҙөмтәһе ул. Туҡһанынсы йылдарҙа бер тапҡыр ғына индексация үткәрҙеләр. Уныһы ла тиндәр генә ине. Артабан бөтәһе лә туҡтатылды, халыҡты бер аҙға тынысландырыу өсөн һуңғараҡ ваучерҙарҙы уйлап сығарҙылар. Шулай ҙа бер кем дә был етди мәсьәлә менән шөғөлләнергә теләмәне. Миллиондан ашыу алданған кеше өсөн яңыраҡ тағы компенсация түләй башланылар. Ә уның күләме тауыҡ көлөрлөк. Ил ҡаҙнаһында ошо аҡсаны халыҡҡа кире ҡайтарырлыҡ һаҡлам юҡ түгел. Тик ваҡыт үткән һайын өмөт һүнгәндән-һүнә. Шулай ҙа ҡайһы берәүҙәр әле һаман ошо зәңгәр кенәгәләрҙе һаҡлай.






Вариҫтар күп

Бер әбейҙән фатир һатып алырға йыйынабыҙ. Әммә уның вариҫтары күп. Бынан ун йыл элек күсемһеҙ милек ҡатындың улы һәм ейәне исеменә хосусилаштырылған икән. Һуңғараҡ бер милексе вафат булғас, уның фатирҙағы өлөшө икенсе туғандарына бирелгән... Һатыу һәм һатып алыу договорын нисек дөрөҫ төҙөргә?

Ильяс.
Иглин районы.

Йорт йәки фатир һатып алғанда бик абай булырға кәрәк. Уйламағанда ғына закон йәки васыятнамә буйынса берәй вариҫтың килеп сығыуы ихтимал. Шуға һатҡан кешенең һеҙгә әйткән бөтә мәғлүмәтте бик ентекле тикшерергә кәрәк. Иң яҡшыһы – күсемһеҙ милеккә бәйле мәсьәләләр менән даими шөғөлләнгән юрисҡа мөрәжәғәт итеү.


Вернуться назад