Ҡыуандырҙы ла, уйландырҙы ла Дыуан27.06.2014
Ҡыуандырҙы ла, уйландырҙы ла Дыуан
“Башҡортостан” гәзитенең быйылғы 12 март һанында Салауат районы мәктәптәренең бөгөнгө торошо хаҡында мәҡәләм донъя күргәйне. Тикшереүҙе дауам итеп, май аҙағында һәм июнь башында Дыуандың 15-тән ашыу мәктәбендә, балалар баҡсаларында, Ярославка һөнәрселек училищеһында, Мәсәғүт педагогия колледжында, лицей-интернатта, Дыуан ауыл хужалығы техникумында булдым. Маҡсат, әлбиттә, башҡорт телен уҡытыуҙың сифатын, мәғариф тураһындағы закондарҙың үтәлеү-үтәлмәүен асыҡлау ине.


Ярославка өлгө күрһәтә

Һүҙҙе Ярославка һөнәрселек училище­һынан башлау дөрөҫ булыр. Ундағы башҡорт теле кабинетының нисек йы­һазландырылғанын күреп, хайран ҡал­дым: бындай матурлыҡты барлыҡ уҡыу йорттарында ла күреп булмай шул! Бүлмә ифрат бай йөкмәткеле, юғары кимәлдә эшләнгән. Башҡорт теле уҡытыу­сыһына, училищеның директо­рына Бөтә донъя башҡорттары ҡо­ролтайы исеменән ысын күңелдән рәхмәт әйттем. Уҡыу йорто етәкселәренең, сит милләт вәкилдәре булыуға ҡарамаҫтан, башҡортса һәйбәт аңлауы ла күңелгә майҙай яғылды.
Училищеға республиканың төрлө тө­бәктәренән, шулай уҡ Силәбе өлкәһенең Арғаяш, Ҡоншаҡ, Һатҡы райондарынан килеп уҡыйҙар. Студенттарға ятаҡта йәшәү, көнөнә өс тапҡыр туҡланыу бушлай ойошторолған. Ауыл хужалығы белгестәре әҙерләү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған: училищеның үҙенең һөрөнтө ерҙәре, техникаһы, ярҙамсыл хужалығы, хатта балыҡ ебәрелгән быуаһы бар.
Артабан Дыуан ауыл хужалығы техникумына йүнәлдек. Уның бинаһы яңы, кабинеттар иркен, яҡты, йылы. Был коллективта ла үҙ эшен яҡшы белгән тәжрибәле педагогтар эшләй. Башҡорт теле кабинеты йыһазландырылған, студенттар башҡорт телен дәүләт теле булараҡ аҙнаһына ике сәғәт өйрәнә.
Борсоулы мәсьәләләр ҙә етерлек. Мәҫәлән, техникумдың ҡайһы бер бина­лары файҙаланыуға тапшы­рылмаған, бәғзеләре тулыһынса төҙөлөп бөт­мәгән. Коллектив Башҡортостандың Мәғариф министрлығынан матди ярҙам булырына өмөт итә.
Киләһе уҡыу йортонда – Мәсәғүт лицей-интернатында – директорҙар йыш алышына. Бындай тотороҡһоҙлоҡ, әл­биттә, уҡыу-уҡытыуҙың торошона, бала­ларҙың белем кимәленә кире йоғонто яһамай ҡалмай.
Бында килгәс, коллектив менән кә­ңәшмә үткәреп алдыҡ. Республиканың тиҫтәгә яҡын районынан йыйылған башҡорт балаларына белем бирелгән ерҙә уҡытыу-тәрбиә эше юғары кимәлдә алып барылырға тейеш. Тарҡаулыҡҡа, һүлпәнлеккә юл ҡуйырға ярамай.
Лицейҙа 350 самаһы уҡыусы белем ала. Улар ике ятаҡта йәшәй. Был биналар өс тиҫтә йыл төҙөлгән, шунлыҡтан шарттар бөгөнгө талаптарға бигүк яуап бирмәй. Мәҫәлән, ашханалағы ҡора­мал­дар иҫкергән, тәҙрәләрҙе лә алмаш­тырырға кәрәк. Ятаҡтағы ике кешегә тә­­ғәйенләнгән бүлмәләрҙең ҡайһы берендә өсәрләп йәшәйҙәр – был стан­дарттарға тап килмәй. Башҡа райондарҙа мәктәп һәм ятаҡ биналары үҙ-ара йылы үткәүел менән тоташтырылған. Бында ла шулай булһа, балаларҙың ауырыу осраҡтары кәмер ине. Ғөмүмән, лицей ятаҡтарына капиталь ремонт талап ителә. Республиканың Мәғариф ми­нистрлығы был мәсьәләгә иғтибар итер тигән өмөттәмен.
Артабан Мәсәғүт педагогия коллед­жына юл алдыҡ. Ул – меңләгән белгес әҙерләгән бик боронғо уҡыу йорто. Хәҙер килеп, 2014/15 уҡыу йылындағы программаға ярашлы дүрт предмет (башҡорт, урыҫ, инглиз телдәре һәм информатика) буйынса педагогтар әҙер­ләү туҡтатыласаҡ. Һөҙөмтәлә сту­денттар ҙа, уҡытыусылар ҙа ике тапҡырға кәмейәсәк. Был республикалағы барлыҡ колледждарға ла (ә улар – 13) ҡағыла. Башҡорт теле аҙнаһына ике сәғәт кенә уҡытыласаҡ. Ошолар хаҡында уйлай башлаһаң, “Мәғариф министрлығы ниңә шундай хәлдәргә юл ҡуя, Рәсәй закондарының күсермәһен алыу менән генә шөғөлләнә икән?” тигән һорау тыуа.

Юл, газ, эшһеҙлек...

Дыуан районы үҙәгендә биш балалар баҡсаһы эшләй. Бынан 10 – 15 йыл элек уларҙа башҡорт төркөмдәре лә бар ине, әле, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, береһендә лә юҡ. Был хәлде төҙәтеү маҡсатында “Рәсәй Федерацияһында мәғариф тура­һында”ғы Закондың 14-се статьяһына таянып, яңы уҡыу йылы башынан кес­кәйҙәр учреждениеларында башҡорт төркөмдәре асыу хаҡында һөйләштек. Район хакимиәтенең мәғариф идаралығы етәксеһе Өфөлә үткән кәңәшмәлә лә мәсьәләне ыңғай хәл итергә вәғәҙә биргәйне.
Мәктәптәргә килгәндә, уларҙың 80 проценттан ашыуы яңы йәки капиталь ремонт уҙғарылған биналарҙа эшләй. Башҡорт теле закон нигеҙендә өйрәтелә, дәреслектәр етерлек, уҡытыусыларға ҡытлыҡ юҡ. Өлкөндө, Арый, Хәлил, Ҡәҙер мәктәптәренә айырым туҡталып үтәйем. Тәүгеһендә башҡорт теле кабинеты йыһазландырылып бөтмәгән, был эште яңы уҡыу йылы башына тамамларға вәғәҙә иттеләр. Мәктәпкә микроавтобус кәрәк, һыу ҙа үтмәгән. Ғөмүмән, һыу проблемаһы тотош Өркөндө халҡын йонсота. Мәҙәниәт йортона ремонт үткәреү ҙә – ауыл өсөн көнүҙәк мәсьәлә.
Арый мәктәбенә Ҡаракүл, Түбәнге һәм Үрге Әбсәләм, Мәрйәмғол, Мөлкәт ауылдары балаларын бер автобус йөрөтә. Уҡыу йортоноң бинаһына кил­гәндә, тәҙрәләрҙе яңырта башлағандар, эште тотошлай атҡарып сығыу өсөн аҡса кәрәк. Башланғыс класс уҡыусыларына әҙәби китаптар етмәй.
Хәлил мәктәбендә 49 бала белем ала. Ғаиләләрҙең ситкә китеүе сәбәпле уҡыусылар йылдан-йыл кәмей, тиҙәр. Шул уҡ ваҡытта әле ауылда мәктәпкәсә йәштәге 40-тан ашыу сабый бар, әммә балалар баҡсаһы юҡ. Ата-әсә был мәсьәләне хәл итеүҙе һорай. Халыҡты юл торошо ла борсой. Район үҙәгенә яҡын булыуына ҡарамаҫтан, Хәлилдә асфальт юҡ. Әле юлда ремонт эштәре атҡарыла, мәсьәләнең ыңғай хәл ителеренә өмөт бар.
Артабанғы сәфәребеҙ йәмле Әй буйында ятҡан Ҡәҙер ауылына булды. Ундағы мәктәптә уҡытыу һәм тәрбиә би­реү өсөн барлыҡ шарттар тыуҙырылған. Ауылда Киров исемендәге ауыл хужалығы етештереү кооперативы бар. Ләкин, хеҙмәт хаҡының бик түбән булыуы сәбәпле, урындағы халыҡ унда барырға ашыҡмай. Шуға күрә кооперативҡа эшселәрҙе ситтән йәлеп итәләр.
Тиҫтә йылдан ашыу элек Ҡәҙерҙән ике-өс саҡрым алыҫлыҡта Әй йылғаһы аша күпер һалынған. Ул Дыуанды күрше райондар менән тоташтыра. Шуныһы аңлашылмай: күпер кем өсөн төҙөлгән һуң? Әгәр халыҡ файҙаһына икән, ниңә Ҡәҙер ауылынан уға тиклем юл юҡ? Ара бит, әйтеп үткәнемсә, ике-өс саҡрым ғына. Һөҙөмтәлә әле ҡәҙерҙәр эргәһендә ятҡан күперҙән күрше Салауат районына сығыу өсөн Әнйәк, Рухтин һәм башҡа ауылдар аша утыҙ километрҙан ашыулыҡ урау юл үтергә мәжбүр. Был кешенән көлөү кеүек килеп сыға түгелме?
Дыуан ауылдарының барыһына ла тиерлек газ үткән, Хәлилдән башҡалары район үҙәгенә асфальт юл менән то­таштырылған. Бүтәндәр менән сағыш­тырғанда, эшһеҙҙәр ҙә аҙыраҡ. Был йәһәттән “Уралтау” ауыл хужалығы берекмәһенең ярҙамы ҙур: уның элеваторы, ит, һөт комбинаттары бар.
Тормошто мәҙәниәттән тыш күҙ алдына килтереп булмай. Уның асылы йыр-бейеү генә түгел, ә әҙәп-әхлаҡ, бер-береңә хөрмәт, ихтирам, татыу йәшәүгә ынтылыш. Мәҙәниәт йылында, минеңсә, был төшөнсәләргә иғтибар шаҡтай артырға тейеш. Төрлө сара, һабантуй үткәреү, сәхнәгә сығып йырлау, бейеү менән генә мәҙәнилекте, рухты күтәреү мөмкин түгел. Кешенең эске донъяһын байытыу, күңелен үҫтереү ниәтендәге эштәргә өҫтөнлөк бирергә кәрәк. Был – мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең генә түгел, тотош йәмғиәттең, ата-әсәнең, мәғариф учреждениеларының бурысы. Бөгөн иһә ауылдарҙың байтағында клуб та юҡ йә ул эшһеҙ тора икән, ниндәй мәҙәниәт тураһында һүҙ алып барырға мөмкин?
Дыуанда ла, Салауатта ла бихисап ферма, иген киптергес ташландыҡ хәлдә ҡалған. Ниңә уларҙың береһе лә тергеҙелмәй икән? Республикала ҡабул ителгән “500 ферма” программаһы ла көньяҡ-көнсығыш төбәктә бик аҡрын тормошҡа ашырыла. Ауылдарҙың күбе­һенең эргә-тирәһен сүп-сар ҡаплаған, буш өйҙәр көндән-көн арта, эшһеҙлек, эскелек...

Гәзит уҡымағас, белмәҫтәр

Киләһе уҡыу йылы башында Мәсетле, Балаҡатай, Ҡыйғы мәктәптәрен, балалар баҡсаларын ҡарап сығырға ниәт бар. Был район хакимиәттәренең мәғариф идара­лығы етәкселәре, мәктәп директорҙары, балалар баҡсалары мөдирҙәре, “Баш­ҡортостан” гәзитендә ошо хәбәрҙе күреп, үҙҙәрен лайыҡлы күрһәтергә әҙерләнә башлар, тип уйлайһығыҙмы? Улай бу­лырына шик ҙур. Гәзит битендә яҙыл­ғанды күреү өсөн иң тәүҙә уға яҙылырға кәрәк бит әле. Үкенескә ҡаршы, телгә алынған райондарҙа башҡорт баҫма­ларын алдырғандар йылдан-йыл кәмей. Хатта уҡытыусыларҙың күбеһе гәзит-журналды бар тип тә белмәй.
2013 йылдың апрелендә Дыуан районы үҙәге Мәсәғүттә Әйле ырыуы вәкилдәренең йыйынын үткәргәйнек. Сарала республиканан ғына түгел, күрше өлкәләрҙән дә бик күп кеше ҡатнашты. Йыйынды уҙғарыуға Дыуан районы хакимиәте башлығы, район Советы күп көс һалды, форсаттан файҙаланып, уларға ҙур рәхмәт еткерәм.
Яҙмам аша район һәм ҡалаларҙа эшләгән башҡорт ҡоролтайҙары баш­лыҡтарына, вәкилдәренә лә мөрәжәғәт иткем килә. Хөрмәтле милләттәштәр! Ҡоролтай – халҡыбыҙға хеҙмәт итеү өсөн булдырылған ойошма. Милләттәштәре­беҙҙе борсоған һәр төрлө мәсьәлә буйынса һүҙ әйтергә ҡурҡып ятмайыҡ әле! Ата-әсә лә балаһының киләсәген уйлаһын, уны теленән, мәҙәниәтенән, йолаларынан яҙҙырырға юл ҡуймаһын ине.






Вернуться назад