М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенты Лариса Маликова беҙҙең Мәһәҙей мәктәбендә педагогик практика үтте.
Йәш булыуына ҡарамаҫтан, үҙ-үҙенә талапсан, ныҡышмал, тырыш, һәр кемгә иғтибарлы ҡыҙға һоҡланып туйманыҡ. Филолог һөнәрен үҙләштергән Лариса кластан тыш сараларҙа ла ихлас ҡатнашты, балаларҙың ғына түгел, өлкәндәрҙең дә ихтирамын яуланы. Практика аҙағында уға мәктәптең Маҡтау ҡағыҙы, иҫтәлекле бүләк тапшырылды.
Уңған, иманлы йәш белгескә яҡты киләсәк, ижади уңыштар теләйбеҙ. Мәһәҙей мәктәбендә үткән практикаң күңелеңә талмаҫ ҡанат ҡуйһын, хыялдарың тормошҡа ашһын, Лариса!
Сәйҙә СӘЙӘХОВА,
Мәһәҙей мәктәбенең башҡорт теле һәм
әҙәбиәте уҡытыусыһы.