Бөртөкләп йыйылған йәдкәр27.06.2014
Хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ! “Иман” махсус битенең үткән һандарының береһендә арҙаҡлы ғалим Әкрәм Бейешевтең “Башҡорт телендә йөрөгән ғәрәп һәм фарсы һүҙҙәре” тигән китабынан мәғлүмәт бирә башлағайныҡ. Уны дауам итәбеҙ.


А
араз и., ғәр. – талаш-тартыш, ыҙғыш
арайыш и., фарс. – биҙәк, зиннәт
арам с., ғәр. – тыйылған, хәрәм
арамъя с., фарс.-ғәр. – илке-һалҡы эшләгән (кеше)
арзу и., фарс. – теләк
арман и., фарс. – теләк, ынтылыш; арманһыҙ булыу – ныҡ арыу
асад и., ғәр. – 1. Арыҫлан йондоҙлоғо; 2. иҫке Ҡояш календарының бишенсе айы
асайыш и., фарс. – дөйөм тыныслыҡ, именлек
аслан р., ғәр. – бер ҙә, һис тә (аслан онотма, аслан ризалығым юҡ)

(Дауамы бар).

Ҡыҫҡартмалар:
ғәр. – ғәрәп теленән; фарс. – фарсы теленән; ур. – урыҫ теленән; фр. – француз теленән; лат. – латин теленән; фарс.-ғәр. – фарсы һәм ғәрәп теленән; нем. – немец теленән; ингл. – инглиз теленән.
и. – исем; с. – сифат; ҡ. – ҡылым; к. – киҫәксә; күпл. – күплек форма; хәб. функ. – хәбәр функцияһында; инш. – инеш һүҙ; р. – рәүеш; т. – теркәүес.


Вернуться назад