Рамаҙан айы мөбәрәк булһын!27.06.2014
Рамаҙан айы мөбәрәк булһын! Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:
– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Әс-сәләмү ғәләйкүм үә бәрәкәтүһ, хөрмәтле ҡәрҙәштәр! Бөгөн кис ҡояш байыу менән, иншаллаһ, изге Рамаҙан шәриф айына аяҡ баҫабыҙ. Барығыҙҙы ла байрам менән ихлас күңелдән тәбрикләйем!
Исламдың биш терәгенең береһе булған Ураҙа мәле – тәҡүәлек, Аллаһ Тәғәләнең бойороғон үтәргә һәм тыйылырға өйрәнеү осоро. “Кем дә кем ураҙа тотоп та, насар уй-фекерҙән, һүҙҙән, эштән туҡтамай икән, Хоҙай Тәғәлә уның асығыуына мохтаж түгел”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә. Тимәк, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, Рамаҙан айы – бөтөн яҡтан да тәрбиәләнеү мәле. Был осорҙа иң тәүҙә телебеҙ һабаҡ ала: ялған һүҙҙән, артыҡ хәбәрҙән арына. Икенсенән, тәнебеҙ паклана, сөнки көн дауамында ашау-эсеүҙән тыйылабыҙ. Юғиһә әҙәм балаһының ғүмеренең бик күп өлөшө ризыҡланыуға китә, был хужабикәләргә лә ҙур йөкләмә өҫтәй. Рамаҙан айында иһә, сәхәр һәм ауыҙ асыу ваҡыты ғына булғанлыҡтан, башҡа эштәргә ваҡыт күберәк ҡала. Өҫтәүенә тән ағзаларыбыҙ ял итә.
Ғөмүмән, ураҙаның хикмәтен, әҙәм балаһының тормошо, рухи халәте өсөн ниндәй файҙа килтергәнен аңлап бөтөү мөмкин дә түгел. Уны Аллаһ фарыз иткән, тимәк, әҙәм балаһы өсөн кәрәк. Шулай булғас, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, барлыҡ сәләмәт кешеләргә ураҙа тоторға насип итһен. Ауырыуҙарға килгәндә иһә, ғәмәлде мотлаҡ ҡылам тип берәү ҙә һаулығына зарар килтерергә тейеш түгел.
Илебеҙҙең һәм төбәгебеҙҙең мосолман өммәте йәмғиәттәге татыулыҡты һаҡлауға, халыҡ, дин-ара бәйләнештәрҙе нығытыуға ҙур өлөш индерә. Уның тулы тормош менән йәшәүенә, үҫешенә – мәсеттәр төҙөлөүенә, дини уҡыу йорттары асылыуына, халыҡтың күпләп иманға ҡайтыуына – шаһитбыҙ. Күп яҡлы, һөҙөмтәле эшмәкәрлек дәүләт етәкселеге, йәмғиәт тарафынан ыңғай баһалана.
Ошондай күркәм эш артабан да уңышлы дауам итһен, халҡыбыҙға тыныслыҡ, муллыҡ, бәхет насип булһын. Аллаһ Тәғәлә ураҙаларыбыҙҙы, изге ғибәҙәттәребеҙҙе ҡабул итһен, һәр ғаиләгә рәхмәтен, бәрәкәтен насип ҡылһын, доғаларыбыҙ яуап алһын, иншаллаһ. Изге ай мөбәрәк булһын, хөрмәтле ҡәрҙәштәр! Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.


Вернуться назад