Быйылғы июнь Силәбе өлкәһе мосолмандары өсөн һөйөнөслө ваҡиғаларға бай булды. Мәҫәлән, Златоуст ҡалаһында һәм Арғаяш районының Ҡорман ауылында иман йорттары асылды.
Ҡала үҙәгендәге мәсет күптән иҫкергәйне. Халыҡ яңыһы төҙөлгәнен түҙемһеҙлек менән көттө. Хыялдары тормошҡа ашты уларҙың: әле ҡалҡып сыҡҡан иман йорто күркәм, ҙур, унда ҡатын-ҡыҙ һәм ир-ат өсөн айырым бүлмәләр бар.
Мәсетте асыу тантанаһында Юғары мөфтөй, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин, Силәбе һәм Ҡурған өлкәләре мөфтөйө Ринат Раев, Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге вәкиле Амур Хәбибуллин, урындағы етәкселәр ҡатнашты. Байрамға халыҡ бик күп йыйылғайны.
Тәлғәт Сафа улы иман йортон төҙөүгә өлөш индергән һәр кемгә рәхмәт белдерҙе, халыҡҡа иман, рух, берҙәмлек теләне.
Арғаяш районының Ҡорман ауылында ла мәсет асыу ғәжәп матур байрамға әйләнде. Бында төҙөлөш 2000 йылда башланғайны, әммә төрлө сәбәп менән тотҡарланып торҙо. Ҡормандар мәсьәләне хәл итеүҙе үҙ ҡулына алғас, эш алға китте. Ауыл халҡының, бағыусыларҙың, шулай уҡ Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге вәкиле Амур Хәбибуллиндың ярҙамы, тырышлығы менән иман йорто тиҙ арала ҡалҡып сыҡты.
Дөйөм алғанда, әле Силәбе өлкәһендә 80-дән ашыу мәсет, 100 самаһы мәхәллә уңышлы эшләй.