Атай янда булғас...27.06.2014
Атай янда булғас...
Ир-егеттең ғаиләләге һәм йәмғиәттәге әһәмиәтен, абруйын арттырыу маҡсатында быйыл апрелдә ҡалала Атайҙар советы ойошторғайныҡ. Уның уставын эшләнек, тормошҡа ашырасаҡ саралар теҙмәһен төҙөнөк.


Майҙа мәғариф учреждениеларында “Бергәләп барыһын да булдырабыҙ!” тигән махсус акция үткәрелде. Унда өлкәндәр балалары менән бергә мәктәп ихатаһын йыйыштырҙы, төрлө бәйге ойошторҙо, ҡул эштәрен күрһәтте. Сараның йомғаҡлау өлөшөндә “Атайҙар маршы”н уҙғарҙыҡ. Балалары менән бергә сәхнәгә күтәрелгән көслө зат вәкилдәренең һәр сығышы алҡыштарға күмелде. Һуңынан стадионда арҡан тартышыу һәм армрестлинг буйынса ярыш булды, күмәк бейеү ойошторолдо. Уларҙа атайҙары менән бергә ҡатнашҡан балаларҙың шатлығын бер һүҙ менән генә аңлатыу мөмкин түгел!
Ошондай сараларҙан тыш, уҡыусыларҙы урам йоғонто­һонан, насар ғәҙәттәрҙән һаҡлау маҡсатында төрлө ысул ҡул­ланырға йыйынабыҙ. Ҡала етәкселеге, йәмәғәт ойошмалары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек нигеҙендә ир-атҡа ҡағылышлы мәсьәләләрҙе хәл итеү, кәрәк сағында уларға ярҙам күрһәтеү бурыстары ла – Атайҙар советы иңендә.
“Күмәкләгән – яу ҡайтарған”, ти халҡыбыҙ. Ҡалалағы атайҙар беҙ башлаған эштәрҙә әүҙем ҡатнашһа, бала тәрбиәләүгә бәйле уртаҡ уй-ниәт тормошҡа ашмай ҡалмаҫ.

Әмирйән ҒӘЛИЕВ,
Атайҙар советы рәйесе.


Вернуться назад