Илата ла, йырлата ла имтихан27.06.2014
Илата ла, йырлата ла имтихан
Сығарылыш класс уҡыусылары алдында үҙаллы тормош юлына яңы офоҡтар асыла. Уларҙы икһеҙ-сикһеҙ асыштар, еңеүҙәр һәм еңелеүҙәр, шатлыҡ-ҡыуаныстар, көйәләнеү, ғазаплы һәм татлы мөхәббәт, ғөмүмән, әле ошо ваҡытҡа тиклем сер булып ҡалған оло донъя ҡаршы ала.


Һуңғы көндәргәсә ошо тормоштоң тәү­ге баҫҡысына менделәр – БДИ тап­шыр­ҙылар. Һәр абитуриент имтихандар осо­рон үҙенсә ауыр кисерә. Баш­ланғыс һынауҙы үтә алмау, ата-әсәһенең өмөтөн юҡҡа сығарыу, теләгән уҡыу йортона инә алмау хәүефе психик яҡтан кире йоғонто яһай. Уҡыусы үҙендә арыу, икеләнеү, ҡур­ҡыу хисен тоя. Күп ваҡытта ошо хис­тәр­ҙең насар эҙемтәләргә алып барып ет­кереүе ихтимал. Көсөргәнештең стресс, депрессия, йөрәк, баш ауыртыуы, ҡан баҫымының күтәрелеүе йәки төшөүе кеүек ауырыуҙарға дусар итеүе мөмкин. Хатта имтихандарҙан “бирә алманым” тигән уй менән сығып, үҙ-үҙенә ҡул һа­лырға ынтылған йәштәр осрай башланы хәҙер. Быны нисек туҡтатырға? Уҡыу­сыларҙың ҡурҡыуы асылда нимәнән ғибәрәт?
Абитуриенттарҙың ата-әсәһенән һорау алған ваҡытта, күпселек осраҡта «Баламды мәктәптә имтихан менән ҡурҡыталар. Кәйефтәрен күтәрер урынға улар бала күңеленә хәүеф сәсә» йәки «Балам киләсәккә бик ҙур пландар ҡороп, уларҙың тормошҡа аша алмауынан ҡурҡа» тигән яуаптар ишетергә тура килә. Был турала психолог Сәлимә Салауат ҡыҙы Дүшәмбаева үҙ фекере менән бүлеште:
“Һәр сығарылыш класы уҡыусыһы ҡулға өлгөргәнлек аттестаты алыу өсөн имтихандар тапшырыуҙың мотлаҡ икәнен аңлай. Шул уҡ ваҡытта абитуриент үҙенең алдағы тормошон күҙаллап маташа. Ошо ҙур тормошҡа илткән тупһала имтихандар һынауын үтә алырмы, юҡмы?..
БДИ-ла етерлек балл йыйыу-йыймау уҡыусыны ныҡ борсоп, психологик төшөнкөлөккә бирелергә мәжбүр итә. Ошо ваҡытта уҡытыусы уҡыусыға ныҡ иғтибарлы булырға тейеш. Баланы БДИ менән ҡурҡытыуҙы психологик манипуляция тип һанайым. Уҡыусыға имтихандар биреүҙең ниндәй яуаплы һынау булғанын һәм тормошта мөһим урын тотҡанын аңлатыу ҙа етә. Ә инде стресҡа ҡаршы көрәштә абитуриент шундай ысулдар ҡуллана ала. Беренсенән, киләсәккә аныҡ һәм төҙөк план яҙып, уны атҡарыуҙы маҡсат итеп ҡуйырға; икенсенән, БДИ һөҙөмтәләрен аңлап ҡабул итергә; өсөнсөнән, ярҙам, йыуаныс тойор өсөн кешеләр менән аралашырға. Ғөмүмән, тормошта һәр һынауҙы лайыҡлы үтеү кешенең үҙенән тора.
Ысынлап та шулай! Уҡытыусыларға ла, ата-әсәгә лә балаға психик һәм эмоциональ тотороҡлолоҡ бирергә тырышырға кәрәк. Уларға имтихандарҙы тапшырғанда уңайлы шарттар булдырыу мөһим.
Абитуриенттарҙың әле иң тынғыһыҙ мәле. Имтихандарҙан һуң уларға Башҡортостан һәм Рәсәй уҡыу йорттарының ишектәре асыла. Һәр кем үҙен төрлө өлкәлә һынап ҡарар, үҙ юлын табыр, тип ышанайыҡ. Йылдар үткәс, ошо осорҙо һағынып иҫкә төшөрөргә яҙһын.

Гөлнур ХУЖӘХМӘТОВА,
М. Аҡмулла исемендәге
БДПУ студенты.


Вернуться назад