Изге ниәттәр менән йәшәй27.06.2014
Изге ниәттәр менән йәшәй
Күңелгә ауыр саҡта йәки хис-тойғоға сорналған ваҡытта кешелә ижад итеүгә ихтыяж уяна. Ғөмүмән, әҙәм затының тәбиғәте шундай. Йөрәктәрҙе әсир итерҙәй илаһи ижад борон-борон замандарҙан уҡ йән аҙығы, рухи көс өҫтәүсе сығанаҡ булараҡ ҡабул ителгән. Юғиһә, Пушкин, Мостай кеүек олуғ талант эйәләренең бөйөк әҫәрҙәре бөгөнгәсә килеп етмәҫ ине. Рухи-мәҙәни ҡиммәттәр һәр дәүер өсөн дә оло мәғәнәгә эйә.


Беҙҙең ҡалала ла шиғыр яратҡандар, уларҙы үҙҙәре үк ижад итеүселәр байтаҡ. Оло йәштәгеләр менән бер рәттән, йәш егет-ҡыҙҙар ҙа шиғыр яҙа. Күптән түгел шуларҙың береһе менән танышырға насип булды миңә.
Нәрисә Ғәбдиева менән үҙәк китапханала яттан шиғыр һөйләү бәйгеһендә тәүге тапҡыр осраштыҡ. Ҡыҙ унда үҙенең бер нисә әҫәрен шул тиклем хисләнеп, ҡанатланып һөйләгәйне. Ғафури районы сибәркәйенә Гөлнур Яҡупова ойошторған ярыштың “Өмөтлө ҡәләм“ номинацияһында еңеү яулауы ҡанат ҡуйған. Ул башлыса һуғыш, тыныслыҡ һәм, әлбиттә, мөхәббәт темаларына ҡәләм тирбәтергә ярата.
Мәктәпте тамамлағас, оҙаҡ уйлап тормай, тап беҙҙәге уҡыу йортон һайлауы – осраҡлы хәл түгел, ә күптән күңел түрендә йөрөткән хыялын тормошҡа ашырыу мөмкинлеге. Әле ҡыҙ медицина колледжының III курсында белем ала. Һаулыҡ һаҡлау юлын һайлауы әсәһенән килһә, ижадҡа һөйөү атаһынан күскән. Уҡыуҙа ла һынатмай ҡыҙ: былтыр республика кимәлендә колледждар араһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса ойошторолған конкурста беренсе урынды алыуы – быға дәлил. Тик ултыра торғандарҙан түгел ул, һәр төрлө сарала әүҙем ҡатнаша, волонтер булып та йөрөй. Инглизсә йырларға әүәҫ. Бер һүҙ менән әйткәндә, шәп ҡыҙ!
Нәрисә Ғәбдиева менән әңгәмәнән һуң күңелдә үҙебеҙҙең егет-ҡыҙҙар өсөн ысын мәғәнәһендә ғорурлыҡ тойғоһо тағы ла үҫте. Һынатмағыҙ, йәштәр!





Вернуться назад