Байрам уңайынан республикабыҙҙың Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында йәш таланттарҙы тәбрикләү тантанаһы булды. Киләһе быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә тос өлөш индереүселәргә, шулай уҡ йәмәғәт эшендә ҡайнап йәшәгән яңы заман вәкилдәренә Башҡортостан Президенты Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Альберт Мифтахов менән республикабыҙҙың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта иҫтәлекле бүләктәр, маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы.– Бөгөн йәштәр алдында бик күп ҡыйынлыҡтар тора, – тине Альберт Мифтахов. – Беҙ уларға ҡулдан килгәнсә ярҙам итергә тырышабыҙ. Үҫеп килгән быуында илһөйәрлек тойғоһо уятыу, киләсәккә уй-ниәттәрен тормошҡа ашырыу маҡсатында төрлө кисәләр, осрашыуҙар үткәрелә. Мәҫәлән, республикабыҙҙа ойошторолоп килгән “Мин – граждан” форумында ҡатнашыусыларҙың йылдан-йыл арта барыуы ҡыуаныслы.
Бүләкләнеүселәр араһында Бишбүләктән Наил Ғатауллин, Өфөнән Зилә Маннанова, Бөрйәндән Таһир Сәғитов та бар ине.
– Киләсәк – йәштәр ҡулында. Үҙебеҙгә лайыҡлы алмаш үҫһен өсөн күп көс һалырға кәрәк. Ошо йәһәттән районыбыҙҙа “Йәш спецназсы” исемле лагерь уңышлы эшләп килә, – тине Миәкә районы хакимиәтенең йәштәр комитеты рәйесе Илшат Сахаев.
Сарала Халыҡ-ара наркоманияға ҡаршы көрәш көнө уңайынан кешелек именлеген хәстәрләүселәрҙе лә тәбрикләнеләр. Тантана йыр-моң менән үрелеп барҙы. Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, дирижер Рөстәм Сөләймәновтың скрипкала уйнауы, Алһыу Хәйретдинованың моңло йырҙары тамашасы күңеленә хуш килде. Театр фойеһында ойошторолған күргәҙмә лә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.