Хәҙерге йәштәр буш ваҡытын ҡайҙа үткәрә? Был һорау бөгөн бик күптәрҙе борсойҙор. Яңы заман технологияларының беҙҙе уратып алыуы сәбәпле, күп ваҡытын виртуаль донъяла үткәреүселәр арта. Ысын дуҫлыҡтың баһаһы, әҙәби китаптарҙың ҡиммәте кәмей барғандай. Хәҙер бит барыһы ла тиерлек Интернет аша аралашыуҙы хуп күрә. Башҡа социаль сайттарҙа яңы дуҫтар таба, күңел аса.
Шулай ҙа компьютерға бирелеп, бала саҡтан алып ҡәҙерле күргән дуҫтарыбыҙҙы онотмайыҡ. Ҡыйын саҡтарҙа, күңелдәр шатлыҡ менән тулған мәлдәрҙә лә уларға мөрәжәғәт итеп, үҙебеҙҙең уй- кисерештәребеҙҙе уртаҡлашайыҡ.
Минең күҙәтеүемсә, хәҙер күптәр бер-береһенең хәлен Интернет аша ғына белешә. Хатта күрше генә йәшәгән кешеләр ҙә йомоштарын социаль селтәрҙәге хәбәр аша ғына йә телефон ярҙамында йомошлай. Ә бит күрешмәйенсә уй-кисерештәрҙе, хис-тойғоларҙы аныҡ ҡына белеп булмай. Ваҡыттың күп өлөшөндә виртуаль донъяны гиҙеп, әҙәби әҫәрҙәр уҡып, үҙебеҙҙе рухи яҡтан байытырға, төрлө ҡул эштәре менән шөғөлләнергә һәм дә спектакль, концерттарға йөрөп илһам, рухи күтәренкелек алырға онотабыҙ. Нисек тә булһа ваҡыт табып, бер-береңдең хәлен белешеп, кәңәштәр бирешеп аралашыуға, үҙеңде мәҙәни яҡтан үҫтереүгә бер нәмә лә етмәй. Был – кешелектең бөйөк ҡиммәттәренең береһе. Шуға күрә лә уны һаҡларға кәрәк.
Рәзилә ТИМЕРБАЕВА,
М. Аҡмулла исемендәге
БДПУ студенты.