“Йәш ваҡытта кем тырышһа, ҡарт көнөндә хәл йыйыр”, – тип яҙған халыҡ шағиры Мәжит Ғафури. Шөкөр, оло әҙиптең был ҡанатлы һүҙҙәрен күңеленә һеңдергән, һәр көнөнөң ҡәҙерен белгән егеттәр һәм ҡыҙҙар етерлек. Тик уларҙың уй-теләктәрен тормошҡа ашырырға ярҙам итеп, ваҡытында дәртләндереп тороу кәрәк. Байрам алдынан Өфө ҡала хакимиәтендә һәләтле йәштәрҙе, шулай уҡ уларға ярҙам иткән ойошма етәкселәрен тәбрикләү ҙә ошо маҡсаттан сығып уҙғарылды.
– Һеҙҙең алда киләсәктә илдең мөһим мәсьәләләрен хәл итеү бурысы тора, – тине Өфө ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов. – Шуға ла һәр яҡлап үҫергә ярҙам итеү, уңайлы шарттар булдырыу – беҙҙең төп бурысыбыҙ. Хәҙерге йәштәрҙең күбеһе ниндәй һөнәр үҙләштерергә тип баш вата. Хеҙмәт баҙарында ҙур ихтыяж тыуҙырған һөнәр һайлауға булышлыҡ итеү өсөн һәр мәғариф учреждениеһында белгестәр эшләй. Тиҙҙән үҙебеҙҙә лә Рәсәйҙәге “Иволга”, “Селигер” кеүек йәштәрҙе үҫтереү лагерын асырға ниәтләйбеҙ.
Әйткәндәй, Өфөлә 30 йәшкә тиклемгеләрҙең иҫәбе ҡала халҡының 43 процентын тәшкил итә. Шуға ла уларҙы илһөйәрлек рухында тәрбиәләү – лайыҡлы алмаш үҫтереү, тигәнде аңлата. Был тәңгәлдә бөгөн баш ҡалабыҙҙа 17 хәрби-патриотик клуб уңышлы эшләй.
Был көндә төрлө конкурс еңеүселәре, үҙенсәлекле проект етәкселәре, иң яҡшы ғилми эштәрҙең авторҙары иҫтәлекле бүләктәр алып һөйөндө.
Бүләкләнеүселәрҙең иң йәше Данис Вәлишин әле мәктәптә белем ала. Уның фәнни эше уҡыусыларҙың хеҙмәттәре араһынан иң яҡшыһы тип табылған. Киләсәктә кем булырға хыялланғанын һорағас:
– Хәрби инженер булғым килә! – тине Данис, шатлығынан ихлас йылмайып.