Өлкәндәрҙең йөҙөндә – шатлыҡ, үҫмерҙәрҙекендә – тулҡынланыу. Ундан ашыу уҡыусы һәм өс өлкән кеше Рәсәй Федерацияһы гражданы паспортын алырға килгән. Уларға төп документтарын Рәсәй Президентының Өфөләге ҡабул итеү бүлмәһендә федераль инспектор Николай Разбежкин тапшырҙы.
14 йәшлек үҫмерҙәрҙең паспорт алыуы аңлашыла: уларҙың йәше еткән һәм мөһим документтарҙы тәүге тапҡыр ҡулына тоталар. Ә бына араларында өлкән йәштәге ханымдарҙың да булыуы бер аҙ ғәжәпләндерҙе. Баҡтиһәң, улар ҙа ғүмерендә тәүге тапҡыр Рәсәй паспорты ала икән. Улар – баш ҡалабыҙға Ҡырым Республикаһынан килеп гражданлыҡ юллаусылар.
Ҡыҙыҡһынып, өлкән йәштәге ҡатынға мөрәжәғәт итәм. Ул Севастополь ҡалаһынан килгән Нина Чернощукина булып сыҡты. Өфөгә ике йыл самаһы элек ире менән күсеп килгәндәр.
– Рәсәй гражданлығы алып ҡыҙым менән ейәнсәремде лә был яҡҡа күсерергә ине иҫәп. Севастополдә оҙаҡ йылдар йәшәнек, тик Украинала тормош еңелдән түгел. Ә урыҫ телен икенсе дәүләт теле булараҡ ҡабул итмәүҙәре илде ҡалдырып китеүгә һуңғы сик булды, – тине ул. – Ирем гражданлыҡ алды, мин дә документтар тапшырып бөтөп, көтөп ята инем, март айында бик мөһим сәйәси ваҡиғалар булды. Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуын белгәс, шатлыҡтан аҙна буйы иланыҡ. Балаларым тегендә тиҙ генә гражданлыҡ алды, бына хәҙер мин дә, ниһайәт, паспортлы булдым.
Өфөгә йәшәргә тип килгән ғаилә хәҙер уйға ҡалған. Бында ҡалырғамы, әллә шулай уҡ Рәсәйҙекенә әйләнгән Севастополгә ҡайтырғамы? Барыһы ла рәтләнеп китһә, унда ла тормош яҡшырасаҡ бит.
Паспорт тапшырғандан һуң Николай Разбежкин Ҡырымдан килгән кешеләр менән аралашты, ундағы һәм бындағы тормошто һорашты, киләсәккә пландарын белеште.
– Ер менән күк араһы, әлбиттә. Элек Украинаға ҡараған саҡта бигерәк ауыр ине. Мәҫәлән, унда бушлай дауаланыу тигән төшөнсә бөтөнләй юҡ. Дауаханаға ятаһың икән, дарыуҙар өсөн түләргә кәрәк. Хатта түләүһеҙ ашатыу ҙа юҡ. Бындағы медицина беҙҙе һоҡландыра, – тине бер ханым. – Тик паспорт булмағас, ауырыраҡ ине, хатта эшкә урынлашып та булманы. Хәҙер эш тапһам, август айҙарында балаларым менән ғаиләм күсеп киләсәк.
Тәүге тапҡыр паспорт алған үҫмерҙәр иһә үҙҙәрен өлкән кеше тип хис итте.
– Исемем Алмас, Ф. Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһының етенсе класын тамамланым. Киләсәктә инженер булғым килә. Хәҙер, паспорт алғас, үҙемдә яуаплылыҡ артыуын тоям. Документымды тышлап, һаҡлап ҡына йөрөтөргә уйлайым, – тине Алмас Ғәзизов.