Ағыу таратҡан өсөн27.06.2014
Өфөнөң Ленин район суды 23 йәшлек егетте наркотиктарҙы пропагандалауҙа һәм законһыҙ реклама таратыуҙа ғәйепле тип таныны.

Ул “Бәйләнештә” социаль селтәрендә наркосимволикалы свитер һатыу тураһында иғлан урынлаштырған. Селтәрҙән файҙаланыусылар был турала тейешле органға хәбәр иткән.
Киндер төшөрөлгән кейемде һатырға маташҡанда булдыҡһыҙ һатыусыны наркополиция хеҙмәткәрҙәре ҡулға ала. Суд ҡарарына ярашлы, уның эшмәкәрлеге биш тәүлеккә туҡтатып торола, кейеме тартып алына.



Вернуться назад