Белорет халҡы урындағы быуа аша һалынған ағас күперҙе төҙөкләндерергә ҡарар итте.
Социаль селтәрҙәрҙең береһендә тауыш биреү башланған. Уның маҡсаты – күперҙе ремонтлауға аҡса күсерергә әҙер кешеләр һанын асыҡлау. Әле башланғысты 1 меңгә яҡын кеше хуплап сыҡҡан.
Күпер ҙур әһәмиәткә эйә – металлургия комбинаты хеҙмәткәрҙәре уның аша эшкә йөрөй. Ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, күпер Белореттың балансына инмәгән, шуға күрә реконструкцияға бюджеттан аҡса бүлеү мөмкин түгел. 450 метр оҙонлоҡтағы ағас ҡоролма 1936 йылда һалынған. Һуғыш йылдарында һалдаттар нәҡ ошо күпер аша яуға киткән. Уҙған быуаттың 70-се йылдарында ошонда уҡ “Мәңгелек саҡырыу” телесериалы төшөрөлгән.