1 июлдән Башҡортостанда бөтә коммуналь ресурстарға тариф арта. Мәҫәлән, Өфөлә эҫе һыуҙың 44 процентҡа ҡиммәтләнеүе көтөлә.
Газдың 1 кубометры хаҡы, 19 тингә артып, 4 һум 72 тин тәшкил итәсәк. Был турала “Газпром Межрегионгаз Өфө” йәмғиәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итте. Иҫәп-хисап ҡулайламалары булмағандар “зәңгәр яғыулыҡ” өсөн 6 һум 71 тин түләйәсәк.
1 июлдән шулай уҡ йылылыҡҡа хаҡ – 17 проценттан ашыуға, ә электр энергияһына 3,9 процентҡа арта. Республиканың башҡа ҡалаларында ла тарифтар ошо кимәлдә булыр, моғайын.