Рәсәй аллеяһында – Башҡортостан27.06.2014
Республикабыҙҙа төбәктең йәшел символы исеменә дәғүә иткән ағастар һәм үҫемлектәр билдәләнде, тип хәбәр итте Башҡортостандағы Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәте.


“Рәсәй аллеяһы” акцияһы өсөн республикабыҙ символы була алырлыҡ ағастар һәм үҫемлектәр исемлегенә йүкә, пирамидаль башҡорт тирәге, “Салауат Юлаев” сирене, мәтрүшкә, ҡурай инде. Акцияны координациялау менән шөғөлләнгән төркөм билдәләүенсә, республикабыҙ өсөн тап ошо үҫемлектәр хас. Башҡортостандың символы булыуға дәғүә итеүселәрҙең береһе – йүкә. Уның сәскәһенән йыйылған бал төбәгебеҙҙән ситтә лә дан тота.
Әйткәндәй, Башҡортостан Мәҙәниәт йылына ярашлы илдең Тәбиғәттән файҙаланыу министрлығы үткәргән “Рәсәй аллеяһы” акцияһын хуплап сыҡты. Сараның тәүге этабы 1 июлдә башлана. Акцияның рәсми сайтында (www.ruspriroda.ru) Башҡортостандың һәм башҡа төбәктәрҙең символы булырлыҡ үҫемлектәр өсөн тауыш биреү ике ай дауам итәсәк. Уның һөҙөмтәһендә һайлап алынған ағастар Ҡырымда ултыртыласаҡ.




Вернуться назад