Артыуын артасаҡ, тик һуңыраҡ21.01.2012
Һуңғы йылдарҙа халыҡ газға, электр энергияһына һәм йылылыҡ өсөн хаҡтарҙың Яңы йылдан артыуына күнегә лә башлағайны. 2012 йылда, үткән йылдарҙағынан айырмалы, тарифтар ғинуарҙан күтәрелмәйәсәк, тип алдан уҡ хәбәр ителгәйне. Ысынлап та, ғәҙәти хәлгә әүерелгән хаҡ артыуҙар менән икенсе ярты йыллыҡта ғына осрашасаҡбыҙ. Ярты йылға артҡараҡ күсереүҙе Рәсәй Хөкүмәте хәл иткән. Әйтеүҙәренсә, тарифтарҙың артыуына инфляция, энергия ресурстарының күмәртә хаҡы һәм башҡа күп кенә сәбәптәр йоғонто яһай.
Башҡортостан Республикаһының Тарифтар буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Ирина Васимирская белдереүенсә, хаҡ артыу йыл дауамында ике тапҡыр буласаҡ.
Республикала йылылыҡ өсөн хаҡ 1 июлдән 6 процентҡа, сентябрҙән 4 проценттан ашыуға, дөйөм алғанда, 10,8 процентҡа үҫәсәк. Һыуға ла тариф ике осорҙа артасаҡ, 1 июлдән — 6 процентҡа, сентябрҙән 5 проценттан ашыуға күтәреләсәк, йәғни 11,7 процент тәшкил итәсәк.
Электр энергияһына хаҡ бер тапҡыр арттырыласаҡ, 2011 йылға ҡарата 6 процентҡа үҫәсәк. Ҡала халҡы 1 киловатт электр энергияһы өсөн 2 һум 2 тин (былтыр — 1 һум 91 тин ине), ауылда йәшәүселәр 1 һум 41 тин (былтыр — 1 һум 33 тин) түләйәсәк.
Газға тариф 1 июлдән һәм бер генә тапҡыр, былтырғы кеүек 15 процентҡа, күтәреләсәк.
Билдәле булыуынса, ҡышҡы осорҙа электр энергияһы ла, йылылыҡ һәм газ да күп ҡулланыла. Быйыл юғары тарифҡа күсеү йәйгә тура килеү сәбәпле, уларға хаҡ артыу ҡулланыусылар өсөн артыҡ ныҡ һиҙелмәҫ, тип иҫәпләйҙәр.
Минзилә ҒАБДРАХМАНОВА.


Вернуться назад