Башҡорт яугирҙәре – Петроградта25.06.2014
1919 йылдың 6 октябрендә В.И. Ленин: “Петроград ҡурҡыныс аҫтында!” – тип оран һала. Ныҡлы ҡоралланған 25 меңлек армияһы менән Юденич Петроградҡа һөжүм башлай. Дошманды керетмәҫ өсөн, ҡала блокадаға алына. Ленин “Башревком”ға ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. Һәм Көньяҡ фронттан элекке империя баш ҡалаһына Башҡорт кавалерия дивизияһы һәм Саранскиҙан башҡорт йәйәүле полк­тары оҙатыла – бөтәһе 11 мең кеше. Башҡорттарҙың төп өлөшөнә Петроградты төньяҡтан фин ғәскәренең һөжүменән һаҡлау ҡаралһа, 3-сө кавалерия һәм 3-сө йәйәүле полктар Юденичҡа ҡаршы һөжүм башлай.



1919 йылдарҙа ошонда барған һуғыштарҙа туранан-тура ҡатнашҡан яҙыусы Константин Федин: “Совет Республикаһының баш ҡалаһына иң ауыр саҡта башҡорт ғәскәре частары ҙур ҡыйыулыҡ, хәрби оҫта­лыҡ һәм түҙемлек күрһәтеп, ҡат­мар­лы хәлде яйға һалып ҡына ҡал­маны, кире­һенсә, еңеүгә әй­лән­дерҙе”, – тип яҙып ҡал­дыра. – Н-ский кавалерийский полк Ямбург ҡалаһы эргәһендәге алышта дошманды бер туҡтауһыҙ эҙәрлекләп, трофейҙарын, әсирҙәрен алып, башҡа хәрби частарға сыҙамлыҡ һәм батырлыҡ өлгөһө күрһәт­те”. Юденич, 14 мең ғәскәрен үлек һәм яралы хәлдә ҡалдырып, ҡалған 11 меңе менән Эстонияға ҡаса.
Советтар Союзы Геройы, армия генералы Александр Васильевич Горбатов (ул осорҙа полковник) “Йылдар һәм һуғыштар” китабында былай тип яҙа: “Башҡорт кавалерия бригадаһы командиры Муса Мортазинды Башҡортостанға саҡыртып алғас, граждандар һуғышы йылдарында башҡорт кавалерия бри­гадаһына етәкселек итеү бәхете тейҙе. Мин башҡорт телен бел­мәнем, әммә сая башҡорттар хәрби ҡарарымды ҡандарын, йән­дәрен аямай үтәргә әҙер торҙо. Айырым баш­ҡорт кавалерия командиры хеҙмәтен үтәү дәүеренә йомғаҡ яһап, шуны билдәләгем килә: бригада интервенттарға һәм аҡ поляктарға, Колчак ғәскәренә һәм Польша помещиктарына, петлюра­сыларға һәм башҡа бандаларға ҡаршы уңышлы көрәш алып барҙы. Күп башҡорттар революция өсөн ғәзиз ғүмерҙәрен ҡорбан итте. Улар араһында һәр төрлө бойороҡто үтәргә әҙер булған ҡыйыу, Совет власына тоғро ҡы­ҙылармеецтар һәм командирҙар күп ине, улар революцияны яҡлап ғүмерҙәрен аямай көрәште”.
Башҡорт яугирҙәренең хәрби хеҙ­мәтен юғары баһалап, бер урамға “Өфө” исеме бирелә.
2019 йылға ла күп ҡалманы – был дәһшәтле ваҡиғаға 100 йыл тула. Санкт-Петербург ҡала думаһы Юденич армияһын тар-мар итеүҙә күр­һәткән батырлыҡтары өсөн башҡорт яугирҙәренә һәйкәл йәки мемориаль комплекс эшләтһен ине, тигән тәҡдим индерәм. Мәҙәниәт йылы айҡанлы беҙҙең республиканың мәҙәниәт министры Санкт-Петербург ҡала Советына ошо турала мөрәжәғәт итһә, бик шәп булыр ине.
Башҡорт яугирҙәренең түккән ҡандары, ҡорбан ҡылған ғүмерҙәре хаҡына исемдәре алтын хәрефтәр менән яҙылып, иҫтәлекле һәйкәл­дә йәки обелискта сағылыу табырға тейеш. Улар бит 200 йылдан ашыу элек Петр I нигеҙ һалған Бөйөк Рәсәй иленең баш ҡалаһы Петроградты һаҡлаған!

Ҡәттәл АРҒЫНБАЕВ,
хеҙмәт ветераны.




Вернуться назад