“Ике һалма, бер бәрәңге Беҙҙең колхоз ашында...”25.06.2014
“Ике һалма, бер бәрәңге Беҙҙең колхоз ашында...”
1941 йылдың 23 июнендә Новопетровск ауыл Советына ҡараған ауылдарҙың коммунис­тарын һәм колхоз етәкселәрен йыйылышҡа саҡыралар. Унан Бикеш ауылы вәкилдәре оло ҡайғы килеүе – һуғыш башланыуы тураһында хәбәр алып ҡайта. “Шул көндә үк беҙҙе лә йыйып алдылар, белдереүҙәр элделәр һәм өс кешегә – Федор Скворцовҡа, Андрей Кузичкинға, Иван Смовжға – повестка тотторҙолар”, – тип хәтерләй торғайны хеҙмәт ветераны Екатерина Бородина.



Һәр һуғыш халыҡҡа оло хәсрәт килтерә. Мәрйәм Айытҡолованың: “Ирҙәр өндәшмәй, ә ҡатындар илай”, – тип әйтеүе һис тә ғәжәп түгел. 13-15 августа Бикеш менән Сәйетҡолда халыҡ ополчениеһы төҙөлгән.
Беренселәрҙән булып ауылдан “полуторка” машинаһында Иван Смовж фронтҡа киткән. Һуғыш бөт­кәс, ул ҡыйралған колхоз техникаһы урынына шундай уҡ “полуторка” менән әйләнеп ҡайтҡан. 1980 йыл­дарға тиклем фронтовик ошо машинала эш­ләүен дауам иткән. Әле был мәшһүр “полуторка” Күмертау ҡала­һы уртаһындағы постаментта тора.
Бикеш ауылында урынлашҡан Каганович исемендәге колхоз 1941 йылда — 700 гектар, күрше Сә­йетҡолдағы Молотов исемендәге колхоз 533 гектар майҙанға бойҙай сәскән. Бикештәр дәүләткә 1400 центнер бойҙай тапшырырға тейеш булған. Шулай уҡ тәүге көндәрҙә колхозыбыҙға Оборона фондына һигеҙ ҡыҫҡа тун, 12 пар быйма, 40 пар бейәләй, 40 пар ойоҡ ебәреү бурысы йөкмәтелгән. Сәйетҡолдан ғына 25 центнер бойҙай, 50 килограмм май, кейем-һалым һәм башҡа әйберҙәр оҙатылыуы билдәле.
Колхозда баҫыу эшсәндәре өсөн ашханала итһеҙ, майһыҙ аш бешер­гәндәр. Бындай хәл һуғыш ваҡы­тында йыш ҡабатланған. Ошондай аш тураһында Тәнзилә Сәлихованан яҙып алған таҡмаҡ былай яңғырай:
Ике ҡарға, бер һайыҫҡан
Беҙҙең һарай башында.
Ике һалма, бер бәрәңге
Беҙҙең колхоз ашында.
Яугирҙәрҙең фронтта күргән ауыр­лыҡтарын телгә алыу артыҡ. Мәҫәлән, яҡташыбыҙ Сабит Айыт­ҡоловтың ағаһы Нуретдин һуғыштың тәүге көндәрендә үк әсир төшкән. Германияға бер хужалыҡҡа эшкә ебәрелгән, унан ҡасҡан. Ҡасыу үлемгә тиң. Ҡасып-боҫоп йөрөгән егеттең бәхетенә мәрхәмәтле Мария исемле немец ҡатыны осраған, һуғыш бөткәнгә тиклем уның баҙында йәшенеп йәшәгән. Ике яҡтан да фронт яҡынлашҡас, Мария — Америкаға, Нуретдин беҙҙең яҡҡа сыҡҡан. Тикшереү үткәндән һуң уны Төркмәнстанға ебәргәндәр. Тағы бер нисә йыл хеҙмәт иткәс кенә ауылына әйләнеп ҡайтҡан.
Ҡартайым Ғүмәр Сәлихов I Бөтә донъя һуғышында яраланып ҡайт­ҡан. Йәше лә иллене үткән булған. Шуны иҫәпкә алып, аҡһаҡ оло кешене хеҙмәт армияһына Екате­ринбургка ебәргәндәр.
Буҫтыбай ауылында йәшәгән әсә­йемдең апаһы Һылыубикәне мәж­бүри рәүештә ФЗО-ға алғандар. Бындай осраҡтар ул заманда йыш булған.
Ғәлимйән Ҡунаҡҡолов исемле ауылдашыбыҙҙың, парашюттан һи­кер­гәндә, ҡолағы ағасҡа эләгеп кителгән. Ул туғандарына: “Элек Әпсәләмдә (Сәйетҡолда) Рәхмәт ҡарт китек ҡолаҡлы була торғайны. Хәҙер Игесәктә (Бикештә) мин булам инде”, — тип тыуған яғына ­ өмөт­ләнеп хат яҙған. Тик уға иҫән ҡайтырға тура килмәгән.
Ирҙәр фронтҡа киткән. Бөтә эш ҡатын-ҡыҙ ҡулына күскән. Мәрйәм Айытҡолова, Бибиәсмә Алтынбаева, Елена Морозова, Евдокия Михайлова һәм Бибисара Шәһәҙәтовалар өс айлыҡ тракторсылар курсында уҡып ҡайтҡан. Аттар етешмәгән, техника юҡ тиһәң дә була, һыйыр менән ер һөрөү, ҡул менән бесән сабыу – быларҙың күбеһен ҡатын-ҡыҙ баш­ҡарған, улар бөтә көсөн биреп эшләгән. Бына шул замандың хәлен тасуирлай ҙа инде Тәнзилә Сәли­хованың таҡмағы:
Алалыр үгеҙҙәре,
Ҡаралыр үгеҙҙәре.
Һабандары тутыҡҡан
Ҡарлауҙары юҡлыҡтан.
Үҙебеҙ һабан һөрәбеҙ,
Малайҙары юҡлыҡтан.





Вернуться назад