Хәтер һәм ҡайғы уртаҡлашыу көнө айҡанлы үткән митингта Бөйөк Ватан һуғышы, төрлө хәрби хәрәкәттәр һәм тыл ветерандары, предприятие, учреждение һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, дин әһелдәре һәм уҡыусылар ҡатнашты.
Ҡала хакимиәте башлығы Рәшит Дәүләтов, совет халҡының дәһшәтле һуғыш яландарындағы һәм тылдағы ҡаһарманлығы мәңгелек, тип билдәләне. Сараға йыйылған халыҡ яуҙа һәләк булғандарҙы бер минут тын ҡалып иҫкә алды, улар хөрмәтенә салют бирелде. Еңеү скверындағы Мәңгелек ут монументына сәскә һалынды.