Хужаларса ҡараш кәрәк21.01.2012
Ҡала тормошо каруселгә оҡшаған: берәүҙәр транспорт көтә, икенселәре ултырып китә, өсөнсөләре туҡталышта тороп тора. Улары кем тиһәгеҙ, ҡарт-ҡоро пенсионерҙар йә булмаһа мәктәп балалары, сөнки уларҙың транспорты йә троллейбус, йә трамвай, һуңғы осор трамвайҙарынан да юлдарҙы “таҙарттылар”. Был төр транспорт һирәк йөрөй, онотҡанда бер осрай.
Йәйен ярай ҙа ул, өшөтмәй, ә ҡышҡы һыуыҡта бик оҙаҡ көтөлә бит. Башҡа сараң юҡ, аҡсаң шуға ғына етерлек. Беҙҙең ауылда бер апай: “Үҙең ярлы булһаң да, аҡсаң күп булһа ине”, — тиер ине. Шуның кеүек, автобусҡа ултырһаң, ике яҡҡа 40 һум, ярай ҙа бер транспортта ғына барырға булһа. Бына замана килде, тинеңде иҫәпләп кенә тотонмаһаң, ас йәшәүең ихтимал. Туҡ тигәнең дә шул: бутҡа, икмәк, картуф. Бутҡаһына һөтө лә кәрәк, ә ул 25–30 һум тора.
Һүҙем транспорт хаҡында ине. Совет осоронда вагондарҙы йылы тотоу хаҡында ҡарар булды, йылылыҡ булмаһа, трамвай паркы етәкселәренә ялыу китер ине. Ни өсөндөр бөтөн трамвайҙар ҙа, троллейбустар ҙа асыҡ-ярыҡ. Тәүҙә көтөп тороп туңаһың, транспортҡа ингәс тә йылы юҡ. Ҡайҙа уларҙағы йылытҡыстар, йомшаҡ ултырғыстар? Был бала-саға, ҡарт-ҡоро кемгә кәрәк тигән ҡарашмы әллә? Ошомо икән киләсәк тураһында хәстәрлек? Ғүмер буйы ал-ял белмәй эшләгән, матди байлыҡ тыуҙырыусы ололарға хөрмәт ошомо?!
Трамвай-троллейбус — иң уңай, иң арзан транспорт, тип әйтә торғайнылар. Иҫкелек ҡалдығы типме икән, бөгөн хатта юлдарҙан да алып бөттөләр.
Ҡарт-ҡоро, бала-саға йөрөй торған транспорт төрөн мотлаҡ хәстәрләү кәрәктер, юғиһә бик күңелһеҙ хәл бит. Беҙҙә быны хәстәрләү артыҡ ҙур сығым талап итмәйҙер, бары хужаларса ҡараш ҡына фарыз.
Гөлназ ХУЖИНА.
Өфө ҡалаһы.


Вернуться назад