Онотманым һине, олатай!25.06.2014
Онотманым һине, олатай!
Ишембай ҡалаһында һуғыш ҡорбандарын иҫкә алғанда илгә тыныслыҡ теләнеләр. Бөгөн дә был көнүҙәк мәсьәлә булып ҡала килә.


– Ғәйшәм! Һин ҡайғырма берүк. Мин иҫән-аман ҡайтырмын да малайҙарыбыҙ менән бергә бынамын итеп донъя көтөрбөҙ, ҡәһәрле фашисты ғына дөмөктөрәйек, – тип өмөтләндерә ҡатынын Таһир фронтҡа китер алдынан. Тик, үкенескә ҡаршы, өмөттәр тормошҡа ашмай, хыял булып ҡала. Инде бишенсе малайы донъяға тәүге ауазын яңғыратҡан көндәрҙә Таһир дошман снаряды ярсығынан һәләк була…
Өләсәйемдең баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылдан ашыу инде. Тик уның олатайым хаҡында һөйләгәндә күҙҙәрендә йәш тамсылары менән бергә һағыш ҡатыш өмөт сатҡылары ла сағылыуы бөгөнгөләй хәтеремдә. Шуныһы һаман да уйландыра: яңы ғына иҫ йыя башлаған сабыйға нисек итеп был хис-тойғолар аңлашылған икән? Күрәһең, өләсәйемдең тормош иптәшен яратыуы, уны, “өсмөйөшлө хат” алһа ла, илле йылдан ашыу(!) өмөтләнеп көтөүе шул тиклем көслө булғандыр инде, хатта ейәненең күңеленә олатаһын һағыныуҙы уйҙырып, уны хәтерендә мәңгеләштерә алғас.
...Эйе, күпме тол ҡатындар ғүмер буйы – ирҙәрен, күпме сабыйҙар атайҙарын көтөп йәшәне, йәшәй ҙә. Шайтан ғына өмөтһөҙ, ти бит халыҡ. Ишембай ҡалаһында үткән Хәтер көнөндә һуғыш ҡорбандарының үлеме бөгөнгә ҡәҙәр үкенесле, шул уҡ ваҡытта мәғәнәһеҙ икәнлеге юҡтан ғына һыҙыҡ өҫтөнә алынманы.
– Бөтә ил халҡы менән бергә ишембайҙар ҙа дошманға ҡаршы алышҡан. Кемдер ҡорал тотоп, кемдер көлтә бәйләп һуғышҡан. Әммә улар аяғында ныҡ баҫып торған – быға Бөйөк Еңеү сикһеҙ дәлил! Һуғыш ҡорбанһыҙ булмай, тиһәләр ҙә, үкенес: күпме яҡташтарыбыҙ башын һалған был ҡәһәрле йылдарҙа, күпмеһе аслыҡтан һәләк булған... Әммә, быуатҡа яҡын ваҡыт үтһә лә, беҙ уларҙы хәтерләйбеҙ, рухтары алдында баш эйәбеҙ! – тине сарала Ишембай районы һәм ҡалаһы хакимиәте башлығы Марат Ғайсин. – Шул уҡ ваҡытта ҡасандыр тәүге яуҙарҙы ҡабул иткән малайҙар, инде сәстәре салланған бабайҙар кемдәрҙеңдер бысраҡ уйыны арҡаһында бөгөн ғәзиз ерҙәрен ташлап китергә мәжбүр. Күпме ҡан, йәш һәм көс түгелеп дошмандарҙан азат ителгән ерҙә бөгөн дә тыныслыҡ булмауы икеләтә үкенесле. Шуның өсөн уларға сабырлыҡ, ә барыбыҙға ла тыныс таңдар атыуын теләйем.
Марат Хөсәйен улының һүҙҙәре менән килешмәү мөмкин түгел. Шуныһы шатлыҡлы: моңһоу сара йәй, атап әйткәндә, каникул осорона тура килеүгә ҡарамаҫтан, йәштәр һәм бала-саға күп булды. Тимәк, Еңеүҙең баһаһы тураһында киләсәк быуын онотмай, ғәзиз ерен ярата, ҡәҙерен белә тигән уйҙар урап үтмәгәндер яуҙаштарын, яҡындарын хәтерләргә йыйылған һуғыш, тыл һәм хеҙмәт ветерандарын. Эйе, үткәнебеҙ менән дә, киләсәгебеҙ менән дә көслөбөҙ беҙ!


Вернуться назад