Донъяла наркоманияға ҡаршы көрәш йөҙ йылдан ашыу дауам итә. Әммә был афәт тоҙағына эләккәндәр һаны һис кенә лә кәмемәй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Рәсәйҙә генә һигеҙ миллиондан ашыу кеше үҙен наркотик менән даими ағыулай. Һөҙөмтәлә күптәрҙең ғүмере ҡыйыла, яҙмышы емерелә. Энәгә ултырғандар тарафынан илдә әллә күпме енәйәт ҡылына. Ошо хәлде булдырмау маҡсатынан күптән түгел Рәсәй Хөкүмәтендә «Наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешенә ҡаршы тороу» программаһы раҫланды. Ул тормошҡа ашырыласаҡ ете йыл эсендә илдә йәшәгән миллионлаған кешене наркоманиянан ҡурсаларға, йәштәр араһындағы енәйәтселекте 15-20 процентҡа кәметергә булышлыҡ итер тип күҙаллана. Ошо маҡсаттан сығып, быйыл майҙа Рәсәйҙең административ һәм енәйәт тураһындағы закондарына ла үҙгәрештәр индерелде.
Башҡортостанға килгәндә, бөгөн республикала 10 мең наркоман иҫәптә тора. Әммә уларҙың бөтәһе лә табиптарға мөрәжәғәт итә һалмай. Был һандың ысынбарлыҡта яҡынса 80 меңгә етеүе ихтимал. Республикала наркомандарҙы дауалау, сирҙе алдан диагностикалау буйынса байтаҡ эштәр атҡарыла. Ошо йәһәттән Башҡортостан ил төбәктәре араһында дүртенсе урынды биләй.
Быйыл Рәсәйҙең Наркотиктар әйләнешенә контроль буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостандағы идаралығы хеҙмәткәрҙәре тарафынан бер меңдән ашыу енәйәт теркәлгән, 966 енәйәт эше асылған, законһыҙ әйләнештән 80 килограмм наркотик матдә тартып алынған. Әле республикала «Мәк» операцияһы бара. Былтыр ошо сара һөҙөмтәһендә 208 килограмм наркотик юҡ ителгән.
Рәсәйҙең Наркотиктар әйләнешенә контроль буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостандағы идаралығында тәүлек әйләнәһенә «ышаныс телефоны» (8-800-347-20-30) эшләй. Был һандарҙы йыйып, һәммәгеҙ наркотик әҙерләү, ҡулланыу һәм һатыу осраҡтары, ошондай притондар хаҡында хәбәр итә алаһығыҙ.
Азат ӘСӘҘУЛЛИН, 1-се Республика наркология диспансерының 1-се бүлексәһе етәксеһе, медицина фәндәре кандидаты, доцент:
– Беҙгә мөрәжәғәт иткәндәрҙең күбеһе ҡыҙыҡһыныу арҡаһында наркоман булып киткән. Бынан тыш, үҙ-үҙенә ышанмағандар, үтә борсолоусандар ҙа ошо хәүефле юлды һайлаусан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был афәт үҫмерҙәр араһында ла киң таралған. Шуға ата-әсәләргә балаларығыҙ менән яҡын булығыҙ, уларҙың ышанысын яулағыҙ, тип өндәшке килә. Әгәр улығыҙ йәки ҡыҙығыҙ наркотик татып ҡараған икән, ғауға күтәрмәгеҙ, белгестәргә мөрәжәғәт итегеҙ. Наркомания – ул сир. Ә һәр ауырыуҙы табиптар ғына дауалай ала икәнлеген онотмағыҙ.