Яҙыл да бүләк от!21.01.2012
Яҙыл да бүләк от!Гәзитебеҙҙә лотерея уйыны үткәреү матур йолаға әүерелде. Был юлы гәзит уҡыусыларыбыҙҙан өс йөҙҙән ашыу квитанция килде. Хәйер, иң тәүгеләрҙән булып гәзитебеҙгә яҙылған дуҫтарыбыҙҙың барыһына ла “Башҡортса дини календарь” бүләк иткәйнек инде.
Бына көтөп алған минуттар һуҡты: лотерея уйынына йомғаҡ яһалды.
Йөҙәрләгән хаттар араһынан иң бәхетлеләрҙе асыҡлау өсөн ярҙамға Фатима Мостафина исемендәге Өфө ҡала башҡорт гимназияһының I класс уҡыусыһы Алтынай Исхаҡованы саҡырҙыҡ. Хәҙер еңеүселәрҙең исемдәрен атарға ваҡыт етте!
Кеҫә телефоны:
Зариф Сәйфетдинов – Ишембай районы, Көҙән ауылы;
Мәфтүха Атамбаева – Йылайыр районы, Йылайыр ауылы;
Сәйҙә Сәлиғәскәрова – Саҡмағош районы, Яңы Ҡалҡаш ауылы.
Электр сәйнүге:
Фәниә Көсөкҡолова – Өфө ҡалаһы;
М. Мәмбәтҡолов – Көйөргәҙе районы, Молокан ауылы;
Рәхимйән Шәйәхмәтов – Салауат районы, Ҡарағол ауылы.
Радиоалғыс:
З. Мөрсәлимова – Шишмә районы, Шишмә ҡасабаһы;
Фирүзә Шабанова – Балаҡатай районы, Яныбай ауылы;
Һеңрән урта мәктәбе коллективы – Илеш районы.
Бүләк эйәләрен ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Уларҙы алыр өсөн паспорт, социаль номер, пенсия фонды страховкаһы таныҡлығын алып килегеҙ йәки 272-62-61, 273-83-92 телефондары аша маркетинг һәм матбуғат таратыу бүлегенә мөрәжәғәт итегеҙ.


Вернуться назад