Киләсәк – йәштәр ҡулында25.06.2014
Киләсәк – йәштәр ҡулында
Һамар өлкәһендә Рөстәм Хәмитов Волга буйы федераль округының “iВолга” II йәштәр форумында ҡатнашыусылар менән осрашты.


Быйылғы йыйын халыҡ-ара статусҡа эйә – унда Ҡытай Халыҡ Республикаһынан делегаттар килде. Башҡортостандан форумға барған 110 кеше инженерлыҡ, медицина, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, ауыл хужалығы, гуманитар өлкәләге яңылыҡтарын тәҡдим итте.
Мәҫәлән, Башҡорт дәүләт аграр университетының ит һәм һөт технологияһы кафедраһы студенттары Мария Васильева менән Елена Виноградова үҙҙәренең проекты буйынса бер йылға яҡын эшләгән. Һөҙөмтәлә улар бейә һөтө нигеҙендә йогурттың яңы төрөн уйлап тапҡан. Ошо уҡ уҡыу йортоноң энергетика факультеты уҡытыусыһы Рөстәм Аслаев та үҙенсәлекле эшен тәҡдим итте. Был ҡорамал электр тапшырыу линияларындағы өҙөклөктө асыҡлау мөмкинлеген бирә. Өҫтәүенә был эште кеше түгел, ә техника башҡара. Ҡулайлама алынған мәғлүмәтте шунда уҡ диспетчер пультына ебәрә. Тимәк, энергетиктар ваҡытты ла, аҡсаны ла сарыф итмәйәсәк.


Вернуться назад