– Кешеләр беҙгә ауыр минуттарҙа, килеп тыуған мәсьәләне башҡаса хәл итергә әмәле ҡалмағанда ярҙам һорап килә. Беҙ ғәҙеллекте яҡлашырға тейеш. – Шулай тине республика башлығы вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Хәмитов граждандар мөрәжәғәтенең һөҙөмтәлелеген тикшереү мәсьәләләренә арналған кәңәшмәлә.
Һуңғы йылдарҙа власть менән халыҡтың яҡынайыуы асыҡ күренә. Йәмәғәтселекте ҡабул итеү, социаль селтәрҙәрҙең, “Асыҡ республика” проектының уңышлы эшләүе – быға ныҡлы дәлил. Власть органдарының электрон ҡабул итеү үҙәктәре эшләй, йыш ҡына төрлө кимәлдәге етәкселәр урындарға сығып халыҡ менән осраша.
Рөстәм Зәки улы бындай мөрәжәғәттәрҙең ҡағыҙҙа ғына ҡалмауы, ә уларҙың үтәлеше етди күҙәтеү аҫтында тотолоуы хаҡында һөйләне. Был юлы кәңәшмәлә ун мәсьәлә ҡаралды. Мәҫәлән, Сибайҙа яңы балалар һынлы сәнғәт мәктәбен асыу зарурлығы тыуған. Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ҡалалағы ошо төҙөлөш хаҡында һөйләне. Ә Нефтекама ҡалаһы хакимиәте башлығы Рәшит Дәүләтов бер нисә йыл бикле торғандан һуң “Мираҫ” картиналар галереяһының эшләй башлауы, уның халыҡтың яратҡан урынына әүерелеүе хаҡында бәйән итте. Бынан тыш, ҡала халҡы яңы биҫтәләрҙә юлдарҙың һәм тротуарҙарҙың насар торошта булыуы хаҡында ла еткергән. Быға Рәшит Дәүләтов:
– Эш урынынан ҡуҙғалды, тырышабыҙ, – тине.
Бынан өс йыл элек Белорет районының Йөйәк ауылы хакимиәте башлығы Рөстәм Хәмитовҡа социаль-мәҙәни үҙәк төҙөү кәрәклеге хаҡында белдергән. Был хаҡта кәңәшмәлә район хакимиәте башлығы Владислав Миронов аңлатма бирҙе.
– Ауылда бөгөн мең ярым самаһы кеше йәшәй. Клубты, фельдшер-акушерлыҡ пунктын, полиция бүлеген бер ҡыйыҡ аҫтына туплаған үҙәк булғанда бик йәтеш булыр, – тип, ул төҙөлөштөң 82 миллион һум самаһы тороуын әйтте.
– Был бик ҡиммәткә төшәсәк, арзаныраҡ вариант эҙләгеҙ, бының өсөн һеҙгә ай самаһы ваҡыт бирәм, – тине төбәк башлығы вазифаһын башҡарыусы.
Кәңәшмәлә шулай уҡ Саҡмағош ауылында асыҡ боҙ майҙансығы төҙөү, Ҡырмыҫҡалы ауылының Киров, Туҡай, баҡса урамдарында һыу үткәргестәр һуҙыу, Шакша биҫтәһен төҙөкләндереү, юлдар, магазиндар, ял итеү урындары, халыҡты йәмәғәт транспорты менән тәьмин итеү , Салауат Юлаев паркынан Ағиҙел буйына төшкән юлдарҙы, тау битләүен төҙөкләндереү барышы, Өфө районының Шамонин ауылы халҡын борсоған мәсьәләләр хаҡында яуаплы етәкселәрҙең отчеты тыңланды.
Рөстәм Хәмитов бындай кәңәшмәләр киләсәктә йылына ике тапҡыр уҙғарыласағын әйтте.
– Кеше бөтә ерҙә үҙен уңайлы тойһон. Халыҡтың теләктәренә иғтибарлы булығыҙ. Үҙегеҙ эшләй ала торғанды бүтәндәргә ауҙарыу менән шөғөлләнмәгеҙ. Халыҡ власҡа ышанһын, – тине ул.