Быйыл 1 июндән йәмәғәт урындарында тәмәке тартыуға ҡаршы йүнәлтелгән Закон тулыһынса көсөнә инде. Ошо йәһәттән «Рәсәй ғаиләһе», «Берҙәм Рәсәйҙең йәш гвардияһы», «Милләт сәләмәтлеге лигаһы» ойошмалары илдең төрлө төбәктәрендә сәләмәт тормошто пропагандалау буйынса акциялар ойоштора.
Хәҙер үҙ машинаңда, йортоңда, фатирыңда йәки махсус тәғәйенләнгән урында ғына тәмәке көйрәтергә мөмкин. Был хаҡта бөтәһе лә тиерлек яҡшы хәбәрҙар. Бынан тыш, был мауығыуҙың зарары хаҡында ла аңлатып тороу кәрәкмәй. Әммә Рәсәй дәүләт социаль университетының Пенза, Тольятти, Өфө ҡалаларындағы филиалдарында белем алған ҡырҡҡа яҡын студент халыҡҡа сәләмәт тормош алып барыу зарурлығы тураһында тағы ла бер тапҡыр өндәшеү маҡсатында ил буйлап төрлө акциялар үткәрергә хәл иткән.
Баш ҡалабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге майҙанында улар ойошторған сираттағы сара ла бик күптәрҙең иғтибарын йәлеп итте. Шуныһы үҙенсәлекле: был көндә тәмәкене төрлө йәшелсә-емешкә алмаштырырға мөмкин ине. Күптәр шулай итте лә.
Юлия КОТЛЕР, «Тәбиғәт, ғаилә һәм сәләмәтлек экологияһы» проекты етәксеһе, Мәскәү ҡалаһы:– Студенттар тәҡдиме менән бындай саралар ойоштороу матур йолаға әүерелеп бара. Бөгөн Өфөлә тәмәке тартыуға ҡаршы акция үткәрһәк, тиҙҙән Тольяттиға, Чебоксарға юлланырға уйлайбыҙ. Ағас ултыртыу кеүек эштәр менән дә шөғөлләнәбеҙ. Кешеләр үҙҙәренә ҡарата хәстәрлекте тойһон өсөн дә үткәрелә бындай эш.
Светлана КУРИНА, Рәсәй дәүләт социаль университетының Пенза ҡалаһындағы филиалының III курс студенты:– Бындай акцияларҙы үткәреү йәки уларҙа ҡатнашыу – үҙенә күрә тәжрибә бит ул. Етмәһә, башҡа ҡалаларҙағы студенттарҙың йәмәғәтселек эше менән танышыу ҙа ҙур файҙа килтерә. Үҙебеҙ өсөн төрлө яңылыҡ асабыҙ, илдең төрлө төбәктәре менән танышабыҙ. Бына бөгөн Салауат Юлаев һәйкәлен күрҙек.