Юлдарҙы файҙаланыу тураһында һүҙ барғанда трассаларҙың сифатын яҡшыртыу йәһәтенән даими мониторинг ҙур әһәмиәткә эйә. Подряд ойошмалары белгестәренең көн һайын ошо юлдарҙы ентекле тикшереүе, күҙәтеүе әлегә тиклем проблеманы хәл итмәне. Шуға күрә метеорологик тәьминәттең автоматлаштырылған системаһын ғәмәлгә индерергә ҡарар ителде. 2011 йыл аҙағында ошондай тәүге станция асылды.
Был станцияның үҙенсәлеге нимәлә һуң? Заманса ҡорамалдарҙы, видеокүҙәтеү камераларын үҙ эсенә алған бағана елдең тиҙлеген, йүнәлешен, көсөн, дымлылыҡты, яуым-төшөм төрөн һәм миҡдарын, һауа һәм юл япмаһының өҫтөндәге, биш сантиметр тәрәнлектәге температураны билдәләү мөмкинлеген бирә. Станцияға килгән бөтә мәғлүмәт шунда уҡ эшкәртелеп, автомагистралдәрҙе күҙәткән производство идаралығындағы үҙәк белгестәренең компьютерына тапшырыла. Әйткәндәй, метеовышкалар хәүефле участкаларға ҡуйылған.
– Бөгөн инновациялар учреждение эшендә төп урындарҙың береһен биләй, – тип фекерҙәре менән уртаҡлашты “Һамар – Өфө – Силәбе” автомагистрале идаралығы етәксеһе Радмир Ваһапов (һүрәттә). – Бындай система хеҙмәт ресурстарын һөҙөмтәлерәк файҙаланыу, сифатты тәьмин итеү мөмкинлеген бирә.
Әле М-5 “Урал” трассаһында ошондай – 11, М-7 “Волга” юлында – алты, Р-240 “Өфө – Ырымбур” автомагистралендә ете вышка бар. Быйыл тағы ла алты берәмек ҡулайлама ҡуйыу ҡарала.
Тағы бер яңылыҡ – ҡояш батареяһы ярҙамында эшләүсе автономиялы яҡтыртыу системалары. Әлегә улар беҙҙең ысынбарлыҡҡа тулыһынса инеп китмәгән. Был системаларҙың өҫтөнлөгө шунда: электр энергияһы, уны тоташтырыу өсөн сығымдар. Аҡса түләүҙең кәрәге юҡ. Тағы ла бер ыңғай яғы – электрҙы һаҡлау мәсьәләһе хәл ителә. 64 берәмек автономиялы яҡтыртыу системаһы йылына 250 мең һумлыҡ электр энергияһын һаҡлап ҡалыу мөмкинлеген бирә.
Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының тирә-яҡ мөхит программаһы буйынса отчетына ярашлы, тотош илдә энергетик яҡтан һөҙөмтәле яҡтылыҡ сығанаҡтарына күсеүҙән Рәсәй 3 миллиард доллар самаһы аҡсаны һәм сәғәтенә 50 тераватт электр энергияһын һаҡлап ҡала ала. Ә был яҡтыртыуға сарыфланған энергияның яртыһын тиерлек тәшкил итә. Өҫтәүенә, һулар һауала парник газдарын, шулай уҡ терегөмөш миҡдарын кәметеүгә килтерәсәк. Әле Рәсәй юлдарында терегөмөшлө һәм натрийлы лампалар нигеҙендәге яҡтыртҡыстар файҙаланыла. Яҡтылыҡ диодтары, улар менән сағыштырғанда, электр энергияһының 80 процентын һаҡлап ҡалыу мөмкинлеген бирә. Шуға күрә диодтар нигеҙендәге яҡтылыҡ сығанаҡтарын файҙаланыу иң алдынғы һәм перспективалы технологияларҙың береһен тәшкил итә. Улар яҡтыртыу техникаһына әлегә тиклем үҙләштерелмәгән өр-яңы мөмкинлектәр алып килде.
Йәйәүлеләр өсөн егерме ике үткәүел һәм автобус туҡталышы ҡояш батареяһы ярҙамында эшләгән яһалма яҡтылыҡ ҡулайламалары менән йыһазландырылды. Йәйәүлеләр үткәүелендә улар оло юлдың ике яғын да яҡтырта. Транспорт хәрәкәте көсөргәнешле булған урындарҙа йәйәүлеләр өсөн төрлө кимәлдәге ер өҫтө үткәүелдәре төҙөү күҙаллана. Әле бындай ҡулайламаларҙы полимер материалдарҙан ҡора башланылар.
“Ҡыш, ғәҙәттә, көндәр болотло булғанда, система нисек эшләй һуң?” тигән һорау тыуа. Автономиялы яҡтыртыу системаһын эшләүселәр билдәләүенсә, аккумуляторҙар, ҡояшты болот ҡаплаһа ла, көн яҡтылығынан заряд ала. Мачтала цинкланған ҡорос корпусҡа ҡояш батареяһы панеле ҡуйыла. Тап ул электр туплай ҙа инде.
Иҡтисади файҙанан тыш, диодлы яҡтыртҡыстарҙы хеҙмәтләндереүҙең һәм йүнәтеүҙең кәрәге юҡ. Тимәк, сервис төркөмдәренең һәм транспорттың эш ваҡыты ҡулайлаштырыла. Һөҙөмтәлә электр энергияһының сығымы икеләтә кәмейәсәк, ә яҡтыртыу кимәле һаҡланып ҡаласаҡ.
Әле “Росавтодор”ға юлдарҙа ябай светофорҙың урталағы секцияһын хәтерләткән Т-7 светофорҙарын ҡуйыу тәҡдиме индерелде. Ул берсә янып, берсә һүнеп, водителдәрҙе йәйәүлеләр үткәүеленә яҡынлашыуы хаҡында иҫкәртәсәк.
– Бер нисә йыл элек кенә беҙ федераль автомагистралдәр үткән республикалағы бөтә ауыл-ҡалаларҙы, шулай уҡ төп юл саттарын яҡтылыҡ менән тәьмин иттек, – ти Радмир Зауил улы. – Был эштең әһәмиәтен айырып билдәләргә кәрәк. Бөгөн урамдарҙы диодлы лампалар менән яҡтыртыу бөтә донъяла әүҙем ғәмәлгә индерелә. Ошондай инновациялы ҡарарҙы тормошҡа ашырыу энергетик һөҙөмтәлелекте арттырыу ғына түгел, юл фажиғәләрен дә кәметеү мөмкинлеген бирә. Статистикаға ярашлы, тәүлектең ҡараңғы осоронда йәйәүлеләр йыш ҡына яҡтыртҡыс лампалар булмаған урындарҙа тәгәрмәс аҫтында ҡала.
“Һамар – Өфө – Силәбе” автомобиль магистрале идаралығы эшмәкәрлегендә юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү – төп мәсьәләләрҙең береһе. Тап диодлы яҡтыртҡыстар ҡуйылғандан һуң ыңғай динамика күҙәтелә башланы. Мәҫәлән, ошо заманса ҡулайлама ғәмәлгә индерелгәнгә тиклем юлдың был участкаһында 14 фажиғә теркәлеп, уларҙа 26 кеше зыян күрһә, хәҙер ни бары һигеҙ һәләкәт булған, 11 кеше имгәнгән. Йәғни күңелһеҙ ваҡиғалар күләме 43 һәм 56 процентҡа түбәнәйгән. Күреүегеҙсә, трассаларҙа кеше ғүмере өҙөлгән ғәҙәттән тыш хәлдәрҙең тотороҡло кәмеүе күҙәтелә.
Был йәһәттән автомобилселәр өсөн тағы ла бер яңылыҡты – хәрәкәт тиҙлеге тураһында мәғлүмәт сағылдырылған юл билдәләрен айырып ҡарарға кәрәктер, моғайын. М-5 “Урал” автомагистраленең 1466-нан 1480-гә тиклемге һәм М-7 “Волга” юлының 1270-тән 1290-ға тиклемге саҡрымындағы участкаларҙы реконструкциялау барышында ошондай билдәләр ҡуйыу күҙаллана.
Быйыл шулай уҡ өҫтәмә рәүештә 180 юл билдәһе, йүнәлеште күрһәтеүсе бер мең ҡулайлама (буфер, щиттар, сигнал биреү бағаналары) ҡуйыу, йәйәүлеләр үткәүеленең бер өлөшөн ҡоймалау ҡарала. Йәйәүлеләр юлын тамғалау кеүек мөһим үҙенсәлек хаҡында әйтмәһәк, оло юлдарҙы төҙөкләндереү буйынса эштәр исемлеге тулы булмаҫ, моғайын. Быйыл 890 километр юлды яңыртырға ниәт бар. Эште сифат йәһәтенән яңы кимәлдә ойоштороп, заманса тотороҡло буяуҙар, пластик ҡулланыу күҙаллана.
Быларҙың барыһы ла трассаларҙа фажиғәләрҙе кәметеүгә, водителдәргә уңайлыҡтар тыуҙырыуға булышлыҡ итер тигән ышаныстабыҙ.