Йәйге каникул мәлендә уҡытыусылар ғына түгел, ата-әсә лә көндәлек мәшәҡәттәрҙән бер аҙ арына: баланы мәктәпкә әҙерләргә, өйгә эште башҡарырға ярҙамлашырға кәрәкмәй, яҡыныңдың рәхәтләнеп ял итеүенән күңел кинәнә.
Шулай ҙа... Мәктәптәр эштән туҡтап ҡалыу менән өлкәндәр, балаларҙың хәүефһеҙлеген уйлап, күңелендә көсөргәнеш тоя башлай. Һәр аҙымдарын күҙәтеп, хәстәрләп торған уҡытыусылар янда түгел бит. Балаға, айырыуса ҡалала йәшәгәндәренә, көндөҙ яңғыҙ ҡалырға тура килә. Урамда йөрөгәндә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен онотоп ебәргәндәр ҙә юҡ түгел. Мәҫәлән, Интернет селтәрендәге мәғлүмәттәргә күҙ һалғанда, күптән түгел Өфөнөң Октябрь проспектында сит ил маркалы автомобиль бер үҫмерҙе тапатҡан. Мәғлүм булыуынса, 14 йәшлек үҫмер урам аша светофор булмаған ерҙән үтеп барған. Ярай әле тән йәрәхәте менән генә ҡотолған. Баш ҡалала ошоға оҡшаш тағы бер ваҡиға теркәлгән: С. Перовская урамында 11 йәшлек малай, ярамаған ерҙә юл аша үтеп, автомобиль тәгәрмәсе аҫтына эләккән. Ошондай хәлдәр республиканың һәр районында тиерлек теркәлә.
Ринат ХАЛИҠОВ, водитель, Өфө ҡалаһы:– Ҡырмыҫҡалы районы яғында күреп ҡайттым: “Водитель, һинең дә балаларың бар” тигән яҙма элеп ҡуйғандар. Ысынлап та, рулгә ултыраһың икән, үҙеңә ҙур яуаплылыҡ алаһың, башҡаларға иғтибарлы, ихтирамлы булырға тейешһең. Беҙҙең юлдарҙа йәйгеһен машиналар ямғырҙан һуң сыҡҡан бәшмәк кеүек арта: йөрөй белгәне лә, белмәгәне лә рулгә ултырырға атлыға. Бер-беребеҙгә, айырыуса балаларға, иғтибарлы булһаҡ ине.