Ватандаштарға ярҙам24.06.2014
Ҡырымдың Белогорск районында Башҡортостан механизаторҙары сәсеүлектең тәүге мең гектарынан арпа йыйып алған.


Был хаҡта республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр. Ҡырым эшсәндәренә ярҙамға Башҡортостан “New Holland” маркалы 15 комбайн, өс “КамАЗ”, шулай уҡ ауыл хужалығы машиналарын техник яҡтан тәьмин итеү буйынса белгестәр йүнәлткән. Белогорск аграрийҙары билдәләүенсә, ярҙам бик ваҡытлы. Үҙҙәренең ауыл хужалығы техникаһы күптән иҫкергән икән. Шул уҡ ваҡытта өс йыллыҡ ҡоролоҡтан һуңғы ямғырҙар яҡшы уңыш үҫтерергә мөмкинлек биргән. Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәтенә ярашлы, унда иген культураларының гектар ҡеүәте 30 центнерға яҡын тәшкил итә. Бынан тыш, белгестәр урындағы халыҡты сит ил техникаһында эшләргә өйрәтә.




Вернуться назад