Ошо исем менән 11-13 июлдә Халыҡ-ара этнофестиваль үтә. Сараның төп маҡсаты – милләт-ара мөнәсәбәтте көйләү, дуҫлыҡ-татыулыҡты нығытыу, халыҡ-ара һәм төбәк-ара бәйләнештәрҙе үҫтереү, күп милләтле халыҡтарҙың йолаларын тергеҙеү, төп халыҡтың һөнәрселеген, художестволы сәнғәтен һаҡлау һәм киңәйтеү буйынса эш алып барыу.
Республика тәбиғәтенең тарихи-мәҙәни ҡомартҡыларын, шифалы сығанаҡтарҙы, ял итеү урындарын киң танытып, Башҡортостандың мәҙәни йолаларға бай булыуын күрһәтеү ҙә ҙур бурыс булып тора. Башҡорт балының данын, умартасылыҡтан алынған продукцияны бар донъяға таратыу – ҙа оло эш. Милли спорт төрҙәрен, уйындарҙы пропагандалау ниәтен дә билдәләргә кәрәк.
Этнофестиваль барышында төрлө мәҙәни, эшлекле саралар үтәсәк. Ял итеү кисәләре, экскурсиялар ойоштороласаҡ. Ярыш, конкурстарҙа ҡатнашыусыларҙың кимәлен этнографтарҙан, тарихсы-фольклорсыларҙан, мәҙәниәт, сәнғәт белгестәренән торған жюри баһалаясаҡ.