Әле Һамар өлкәһендә Волга буйы федераль округы йәштәренең “IВолга-2014” йыйыны бара. Яңы проекттар буйынса ярышта Башҡортостандан йөҙҙән ашыу кеше ҡатнаша. Яландағы бәйләнеш “МегаФон” компанияһы тарафынан ойошторолған.
“IВолга”ның маҡсаты – йәш белгестәргә инвесторҙар алдында проекттарын күрһәтеү, тәжрибә уртаҡлашыу, бизнес буйынса башланғысты аҙағына еткереү мөмкинлеген биреү. Быйылғы йыйында Ҡытай студенттары ла ҡатнаша, тимәк, сара халыҡ-ара статусын алды.
Майҙандың 15 урынында Wi-Fi үткәрелгән. Бындай айырым биләмә мәртәбәле ҡунаҡтар – округ төбәктәре етәкселәре, Рәсәй Президентының тулы хоҡуҡлы вәкиле, Ҡытай делегацияһы – өсөн тәғәйенләнгән.
Йыйында Волга буйы федераль округы төбәктәре һәм Ҡытай провинциялары араһында төрлө проекттарҙы тормошҡа ашырыу йәһәтенән ике яҡлы килешеү төҙөләсәк. Сара 28 июнгә ҡәҙәр бара.