(Нияз Сәлимов, “Гәзит-журналдар ғүмеренә ҡурҡыныс янай”, 2014 йыл, 2 май)
Беҙ, Совет осоро балалары, бөтә яңылыҡтарҙы ҡара менән аҡ ҡағыҙҡа яҙылған гәзиттәрҙән уҡып үҫтек. Матбуғаттан патриотик тәрбиә алдыҡ.
Хәҙер килеп ил етәкселәре: “Матбуғатҡа ярҙам итеү юлдары тураһында уйланырға тура килер”, – тип вәғәҙә бирә. Ә ниңә ярҙам булыр, тип аныҡ әйтмәҫкә?! Реклама менән тулған гәзиттәрҙе магазиндарға бушлай һалып китәләр йә яғыулыҡ ҡойоу станцияларында тараталар. Ә “Башҡортостан”, “Йәшлек”, “Урал” һәм башҡа уҡымлы баҫмаларҙы йүнләп таратмайҙар. Хәҙер инде үҙебеҙҙең телдә сыҡҡан гәзиттәрҙән дә тороп ҡалһаҡ, харап бит!
Тәҡдимем шул: тиҙ арала Рәсәй Президенты Владимир Путинға матбуғат хеҙмәткәрҙәре генә түгел, тотош халыҡ исеменән мөрәжәғәт яҙып, беҙҙе мәғлүмәт алыу мөмкинлегенән мәхрүм итмәүҙәрен талап итергә кәрәк.
Шулай уҡ үҙебеҙ ҙә битарафлыҡтан, маңҡортлоҡтан арынайыҡ. Аҡса юҡлыҡҡа һылтанып, башҡорт телендә сыҡҡан баҫмаларыбыҙҙан тороп ҡалмайыҡ. Башҡортлоғобоҙҙо, берҙәм булыуыбыҙҙы күрһәтергә ваҡыт етте, милләттәштәр! Гәзиттәребеҙҙе таратыуҙа хәлебеҙҙән килгәнсә ярҙам итәйек!
Солтан СИРАЖЕТДИНОВ,
хеҙмәт ветераны.