Өфө “Рәсәй ҡалаһы. Милли һайлау-2014” конкурсының рейтингында беренсе урында килә.
Тауыш биреү ғинуарҙа башланғайны, йыл буйы дауам итәсәк. Бәйгенең маҡсаты – иң күркәм, ылыҡтырғыс ҡаланы асыҡлау. Әле Өфө өсөн 82 254-тән ашыу кеше тауыш биргән. Икенсе урында – Майкоп, өсөнсөлә – Хабаровск. Былтыр Башҡортостандың баш ҡалаһы, 40 меңдән ашыу тауыш йыйып, 10-сы урынды алғайны.
Ойоштороусылар билдәләүенсә, ярыштың төп бурысы – ил буйлап сәйәхәт ҡылыуға ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу.