Мөхәммәт Алиға — 70 йәш21.01.2012
Ошо көндәрҙә Олимпия чемпионы, иң ауыр категорияла донъяның элекке абсолют чемпионы, XX быуаттың иң шәп боксеры Мөхәммәт Алиға 70 йәш тулды.
Легендар шәхес был спорт төрөн популярлаштырыу йәһәтенән бокс тарихына баһалап бөткөһөҙ ҙур өлөш индергән. 1960 йылда Олимпия чемпионы исемен яулаған, өс тапҡыр донъя чемпионы булған. "Үткән быуаттың 40 – 50-се йылдарында боксҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныу кәмене. Мөхәммәт Али иһә был спорт төрөн тергеҙеүгә һәм иҫ киткес популяр итеүгә ҙур өлөш индерҙе, миллиондарса кешеләргә ышаныс бирҙе. Уның һәр уйыны – сәнғәт өлгөһө", – ти спорт белгестәре. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, билдәле спортсының һаулығы насар: һуңғы өс тиҫтә йыл инде Паркинсон сире менән яфалана.