Ошо көндәрҙә Республика йортонда сәнғәт, мәҙәниәт, социаль өлкә хеҙмәткәрҙәрен һөнәри уңыштары өсөн бүләкләү тантанаһы булды.
Дәүләт наградаларын Башҡортостан Президенты Хакимиәте етәксеһе Сергей Молчанов тапшырҙы. Ул төбәк башлығы Рөстәм Хәмитов исеменән ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе, тырыштарҙың хеҙмәте менән былтыр республика социаль-иҡтисади үҫеш йәһәтенән яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәште, тип билдәләне.
– Бөгөн Башҡортостан байтаҡ күрһәткес буйынса Федерация субъекттары араһында алдынғылар иҫәбенә инә, – тине Сергей Молчанов. – Торлаҡ төҙөп сафҡа индереү йәһәтенән – алтынсы, Волга буйы федераль округында беренсе урында барабыҙ. Төп капиталға инвестиция буйынса ла тәүге тиҫтәләбеҙ. Ауыл хужалығы продукцияһы етештереү йәһәтенән округта байтаҡ ваҡыт инде икенсе урынды биләйбеҙ. Башҡарма власть органдарының һөҙөмтәлелеген баһалау буйынса республика – унынсы урында.
“Башҡортостан электр бүлеү селтәрҙәре” компанияһы, Стәрлетамаҡтағы “Синтез-Каучук” заводы, почта, урмансылыҡ хеҙмәткәрҙәре, артистар, табиптар, уҡытыусылар уңышлы эшләгән өсөн дәүләт наградаларына лайыҡ булды.