Гәзит уҡыусы тәҡдим итә23.11.2011
«Башҡортостан» гәзите оҡшай, ул йылдан-йыл үҙгәрә, камиллаша. Шулай ҙа бер-ике тәҡдимем бар.
Әле гәзиттең исеме ҡалын ҡара шрифт менән баҫыла. Әгәр ҙә асығыраҡ һәм нәҙегерәк хәрефтәр менән яҙһағыҙ, яҡшы булмаҫмы икән?
Йома һанының исемен әҙерәк ғәрәп хәрефтәренә оҡшатһағыҙ, тағы ла отошлораҡ булыр ине.
Киләһе йылда Ватан һуғышына 200 йыл тула. Был теманы яҡтыртҡанда балаларҙы ла онотмағыҙ. «Йәнтүрә хикәйәләре» кеүек хәтирәләр «Тубырсыҡ» ҡушымтаһында баҫылһын ине. Был бик тә фәһемле, ҡыҙыҡлы буласаҡ.
Айрат ИМАМОВ.
Салауат ҡалаһы.


Вернуться назад