Иртән ауыр уянаһығыҙмы? Көн буйына бәлтерәп йөрөйһөгөҙмө? Тимәк, һеҙҙең йоҡоғоҙ туймаған.
* Кеше нисә сәғәт йоҡларға тейеш? Әгәр һәйбәт ял итһәгеҙ, иртән үҙегеҙҙә көс тояһығыҙ, дәрт һиҙәһегеҙ. Күптәр өсөн 8-9 сәғәт йоҡо етә тип иҫәпләнә.
* Һәр саҡ яҡшы кәйефтә булыр өсөн көн тәртибе төҙөгөҙ. Билдәле бер ваҡытта йоҡларға ятығыҙ һәм торорға күнегегеҙ. Был режимды ял көндәрендә лә, каникулда ла боҙорға тырышмағыҙ.
* Яҡтылыҡ нисек булырға тейеш? Йоҡлар алдынан бүлмәгеҙҙе ныҡ яҡтыртмағыҙ, ә иртән, киреһенсә, ул балҡып торһон. Яҡтылыҡтың ниндәй булыуына ҡарап, кеше мейеһе йә йоҡоға, йә уяныуға көйләнә.
* Биологик сәғәттәр хаҡында ла оноторға ярамай. Режимдан тыш, организмдың биологик ритмдарын да һаҡларға кәрәк. Кеше үҙенең ҡайһы ваҡыт арауығында айырыуса әүҙем, ә ҡасан һүлпәнәйеүен белергә тейеш. Шуға ярашлы эш көнөн планлаштырыу уңайлы.
* Әгәр ҙә йоҡлай алмай интегәһегеҙ икән, ҡәһүә, кока-кола, пепси кеүек эсемлектәрҙән бөтөнләй баш тартырға кәрәк.
Йоҡо ни өсөн мөһим? Әгәр һеҙ ауырлыҡ менән уянаһығыҙ һәм көн дауамында үҙегеҙҙе хәлһеҙ тояһығыҙ икән, фекер төйнәргә, яңы эште үҙләштереүе лә ҡыйын буласаҡ. Тимәк, йоҡо туймауҙан зыян ғына күрәһегеҙ. Ул һеҙҙең кәйефегеҙгә лә, әүҙемлегегеҙгә лә кире йоғонто яһай. Йоҡоһо туймаған кеше тиҙ ҡыҙып барыусан була, нимәгәлер өлгәшеү кимәле түбәнәйә, спорт буйынса һөҙөмтәләр ҙә насарая.
* Көндөҙ серем итеп алыу бик файҙалы. Тик ул оҙаҡ булырға тейеш түгел: бер сәғәттән ашмаһын һәм 13 – 15 сәғәт араһында булһын.
* Йоҡлар алдынан бер сәғәт етди әҙәбиәт уҡыуҙан баш тартырға, эштәрҙе теүәлләргә, компьютерҙа уйнамаҫҡа, телевизор ҡарамаҫҡа. Былар барыһы ла йоҡлап китергә ҡамасаулай. Оҙаҡ тыныслана алмай ятҡас, йоҡоғоҙ ҙа туймай һәм тейешенсә ял итә алмаясаҡһығыҙ. Шуға күрә үҙегеҙҙе ваҡытында ятып, ваҡытында торорға күнектерегеҙ. Һәйбәт ял иткән кеше генә уҡыуҙа ла, эшендә лә уңышҡа өлгәшә.