Их, мунсаһы!..21.06.2014
Их, мунсаһы!.. Ә һеҙ беләһегеҙме, кеше бер тапҡыр ләүкәлә ултырып сыҡҡанда 1,5 литрға яҡын тир бүленә. Шуның менән бергә организмды арыуға килтерә торған һөт кислотаһы ла сыға. Мунсала тирләгәндән һуң, кешенең мускулдары йомшара, нервылары тыныслана, кәйефе күтәрелә, ағзаларҙың эшмәкәрлеге көсәйә.
Һәр халыҡтың үҙенә генә хас йыуыныу йолалары бар. Япондарҙың мунсаһы “офуро” нимәнән ғибәрәт? Мискәләге эҫе һыуҙа таҙарыналар ҙа ҙур булмаған бассейнда сайынып ҡуялар.
Финдарҙың саунаһында температура 130-150 градусҡа етә. Улар шунда тирләп ултырып организмдағы шлактарҙы сығара.
Төрөктәрҙең “хаммам” тип аталған мунсаларында йыуынырға килеүселәрҙе эҫе мәрмәр урындыҡтарға һалып йылыталар, тәндәрен йомшарталар, массаж яһайҙар, ҡаты йөндән эшләнгән бирсәт­кә­ләр ярҙамында һабын күбеген файҙаланып ышҡыйҙар, шунан сайып, һалҡын һыу менән ҡойондоралар.
Урыҫ мунсаһы башҡорттоҡонан әллә ни айырылмай кеүек. Уларҙа ла, беҙҙә лә аҡ мунса һәм ҡара мунса бар. Мейескә күберәк утын һалған һайын өҫтәге таштар нығыраҡ ҡыҙа. Уларға һыу һипһәң, ләүкәлә ултырып сыҙармын тимә! Миндек менән сабыныу төрөктәрҙең массажынан һис тә кәм түгел. Беҙҙең халыҡ ул миндектәрҙе төрлө ағастарҙың ботаҡтарын ҡырҡып, ҡышҡылыҡҡа күп итеп әҙерләп ҡуя. Бигерәк тә ҡайын миндеге фай­ҙалы тип иҫәпләнә, ул нер­выларҙы тынысландыра. Ағас ботаҡтарының араһына мәтрүшкә, гөлбаҙыян, бөтнөк кеүек дарыу үләндәрен дә ҡушып бәйләһәң, шифаһы тағы ла нығыраҡ була. Имән миндеге майлы тирене һығылмалы итә.
Ҡарағат япраҡтарының да витамины күп. Уның еҫе тотош мунсаға тарала, тын юлдарын иркәләй.
Миндек әҙерләүҙең үҙенең ваҡыты ла бар. Кешеләр уны япраҡтарҙың бәпкә йәшел сағында йыйырға тырыша. Сөнки был ваҡыт – тәбиғәттең уянып, бөтә файҙалы матдәләрҙе үҙенә туплаған мәле.
Шуға ла “май миндеге” тигән һүҙ юҡҡа ғына халыҡ араһында киң таралмаған.
Мунса инеүҙең дә тәртип-йолалары бар. Ас ҡарынға ла, ныҡ туйғас та эҫегә кереү кәңәш ителмәй. Сабыныр алдынан сәсте һыуламаҫҡа йәки башты ҡапларға кәрәк. Юғиһә, хәл бөтөүе мөмкин.
Нисек кенә булһа ла, мунса инеү – сайынып-йыуынып сығыу ғына түгел, ә дауаланыу ҙа. Тик саманы ғына оноторға ярамай.


Вернуться назад