Арыш өлгөргәс, крәҫтиән ғаиләһе уңыш йыйырға баҫыуға сыға. Баш күтәрмәй, көноҙоно эшләй улар. Ҡатын кеше, ураҡ урып баҫыу ситенә, урман буйына килеп сыҡһа, эргәлә генә өйкөм булып үҫкән сейәлекте күреп ҡала. Бер ҡыуаҡ ботағында тулышып, тамылйып бешкән сейә тәлгәше лә һаҡланып ҡалған.
“Бөгөнгө эҫелә һыуһынды ҡандырырға ҡалай арыу булды”, – тип сейәләрҙе өҙөп ҡабайым тигәндә, баҫыуҙың икенсе башында кирелеп арыш сапҡан ирен күрә. “Эштең иң ауыры уға төшә, сарсағандыр”, – тип сейә тәлгәшен иренә тоттора.
Крәҫтиән иһә, ҡатынының көтмәгәндә шундай һый килтереүенә шатланып, һутлы емештәрҙе ашайым ғына тиһә, ябыҡ ҡына кәүҙәле ҡыҙының тырышып-тырышып яҫма йыйғанына иғтибар итә. “Ҡыҙыбыҙ бигерәк ҡаҡса ғына, һутлы сейә ҡабып ҡуйһа, көс өҫтәлер”, – тип тәлгәште уға килтереп бирә.
Ҡыҙыҡай ҡыҙыл сейәләргә һөйөнөп, ҡыҙығып ҡарап торғанда, бер ситтә ауыр көлтәләрҙе арбаға тейәгән ағаһын абайлай: “Эй, ағайым! Эҫе ҡояш аҫтында ауыр көлтәләр күтәреү йонсотҡандыр һине!” – тип тәлгәште уға һона.
Сарсауҙан ирендәре кипкән үҫмер, һутлы емеште күргәс, бик ҡыуана. Уны ашарға үрелеүе була, баҫыу осонда әсәһенең ҡырҡҡа бөкләнеп ураҡ урғанын шәйләп ҡала. “Әсәкәйгенәм! Ул ҡайһылай ныҡ арыған, хәл инер”, – тип тәлгәште әсәһенә килтереп бирә.
Ҡатын үҙе өҙгән сейә тәлгәшен күреп, ғаиләһендә барыһының да хәстәрлекле, мәрхәмәтле булғанына, үҙ ауыҙынан өҙөп, тәғәм ризыҡ уртаҡлашырға әҙер торғанына күңеле тулып, йәш аралаш йылмая ла шуның өсөн Аллаһы Тәғәләгә рәхмәт уҡый, балаларына ошондай ғаилә бәхете биреүен һорай.