Хужа Нәсретдин мәҙәктәре21.06.2014
Аҫтын-өҫкә
Хужа Насретдин йорт һалған. Ул оҫталарға түшәмгә йәйеләһе таҡталарҙы – иҙәнгә, ә иҙәнгә тигәндәрен түшәмгә йәйергә әмер биргән.
Балта оҫтаһы, быға ғәжәпләнеп, ни өсөн Хужа улай киреһенсә эшләтә, тип һораған.
– Йорт һалынып бөткәс, мин өйләнәм, – тигән Хужа. – Ә ҡатын барыбер өйҙөң аҫтын-өҫкә әйләндерәсәк.
Ҡатынының һүҙен тыңлаған
Бер ваҡыт Хужа баҫыуҙа саҡта, туҡталып, тауыҡ ите ашарға тотонған. Уҙып барған бер танышы уның эргәһенә килгән дә:
— Мине лә тауыҡ ите менән һыйлар инең, – тигән.
– Булмай, туған, – тигән Хужа, – был – минең ҡатынымдың тауығы. Ҡатыным, үҙең генә аша, тигәйне. Уның һүҙен үтәмәй булдыра алмайым.
Аҡыллы кеше
Хужа һәр ваҡыт үҙ алдына һөйләнеп йөрөй торған булған. Быға ғәжәпләнеп, бер кеше:
– Әфәнде, ниңә һин гел үҙ алдыңа һөйләнеп йөрөйһөң? – тигән. Хужа уға иҫе китмәй генә:
– Ғүмерем буйы аҡыллы кешеләр менән һөйләшергә яраттым. Шуларҙың береһе үҙем булам инде, – тигән.