Тибет медицинаһы күп йылдар туҡланыу мәсьәләһе менән шөғөлләнә. Белгестәр сәләмәтлек өсөн бына ниндәй ризыҡтар файҙалы булыуын билдәләй.
* Яңы һауылған һөт эсеү (көн һайын ярты стакан) – тын ҡыҫылыуҙан дауа.
* Манный бутҡаһы. Тибетта: “Ашауығыҙҙы һөт һәм манный бутҡаһынан башлағыҙ һәм шуның менән тамамлап ҡуйығыҙ”, – тиҙәр. 40 йәштән уҙған кеше көн һайын бер нисә ҡалаҡ булһа ла бутҡа ашарға тейеш. Ул һөйәктәргә, мускулдарға һәм ашҡаҙан-эсәк юлдарына яҡшы тәьҫир итә.
* Күрәгә көс өҫтәй, айырыуса ир-атҡа.
* Балыҡ һурпаһы, бигерәк тә суртандан бешерелгәне, хәлһеҙ кешеләргә файҙалы, сөнки унда натрий, фосфор күп.
* Сәтләүек, йөҙөм, сыр. Уларҙы көн һайын ҡулланыу нервы системаһын яҡшырта, талсығыуҙы бөтөрә, баш ауыртыуын баҫа, нервы системаһын, йөрәк мускулдарын нығыта, бауыр сиренән дауалай. Бер ашағанда 30 грамм грек сәтләүеге (кедр сәтләүеге лә ярай), 20 грамм йөҙөм, 20 грамм сыр ашарға кәрәк.
* Эремсек – атеросклероздан, йөрәк, бауыр сирҙәренән яҡшы сара.
* Лимон һәм әфлисун гипертонияның башланғыс формалары, ҡатын-ҡыҙ сирҙәре күҙәтелгәндә, боғаҡ үҙгәргәндә файҙалы. Ярты лимонды ҡабығы менән ҡырғыста ҡырырға ла шәкәр ҡушырға һәм көнөнә өс тапҡыр берәр сәй ҡалағы эсергә кәңәш ителә.
* Ер еләге бауырҙа таш булғанда ярҙам итә. Көнөнә алты тапҡыр яртышар стакан ашарға кәрәк.
* Алманың подагра, ҡан тамырҙары сирҙәренән арындырыуҙа файҙаһы ҙур.