Ышанам, тигәс тә...21.01.2012
Ауырғазы районында пенсионерҙарҙы төп башына ултыртып, уларҙың аҡсаһын үҙләштереүсе енәйәтселәр тотолған. Улар үҙҙәрен "социаль хеҙмәткәр" тип таныштырып, оло кешеләргә инвалидлыҡты алмаштырырға, медицина хеҙмәте күрһәтеүҙә ярҙамлашырға вәғәҙә иткән.
Енәйәтселәр бер пенсионерҙы "күҙен дауалау өсөн офтальмохирург табам" тип ышандырған. "Хеҙмәттәре" өсөн мут әҙәмдәр ике меңдән ун мең һумғаса аҡса талап иткән.
Полиция хеҙмәткәрҙәре уларҙы Стәрлетамаҡ ҡалаһында тотҡан. Ирҙәрҙең береһенә – 54, икенсеһенә — 40 йәш, икеһе лә бер нисә тапҡыр хөкөм ителгән. Тәүгеһе быға тиклем – 28, икенсеһе 15 йыл ғүмерен тимер рәшәткә артында үткәргән. Әлеге ваҡытта тикшереү эше бара.