Белемде камиллаштырыу фарыз21.01.2012
Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдиндың фарманы буйынса Башҡортостандың ислам уҡыу йорттарында имамдарҙың һәм мәсет хеҙмәткәрҙәренең квалификацияһын күтәреү курстары үтте.
Миҫал өсөн, Октябрьский ҡалаһындағы мәҙрәсәлә ике аҙналыҡ курстар уҙғарылған, унда 50-гә яҡын дин әһеле белемен камиллаштырған. Араларында Баҡалы, Йәрмәкәй, Әлшәй, Благовар, Шаран, Бишбүләк, Илеш, Бүздәк, Туймазы, Шишмә райондары, Октябрьский ҡалаһы һәм Ырымбур өлкәһе вәкилдәре булған. Курстарҙа Ҡөрьән уҡыу ҡағиҙәләре, ислам хоҡуғы, дини инаныу кеүек тәғлимәттәрҙе өйрәнгәндәр.


Вернуться назад