Өфө дәүләт нефть техник университеты ректоры Айрат Шаммазов, вәкәләттәре тамамланыуға ике аҙна ҡалғас, Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы ҡарары менән вазифаһынан бушатылды.
Министрлыҡтың Өфөгә килгән Дәүләт хеҙмәте, кадрҙар һәм коррупцияны иҫкәртеү мәсьәләләре департаменты директоры Владимир Голубовский ошо турала белдерҙе. Уҡыу йортоноң яңы ректоры һайланғанға тиклем уның бурыстарын физика-математика фәндәре докторы, профессор Рәмил Бәхтизин башҡарасаҡ.