Ошо көндәрҙә “Өфө-Арена” спорт комплексында “Табын” православие йәрминкәһе үҙ эшен башланы.
Уны асыу тантанаһында Калуга һәм Боровск митрополиты Климент етәкселегендәге Мәскәү патриархия вәкилдәре лә ҡатнашты. Сарала шулай уҡ Башҡортостан Президенты Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Альберт Мифтахов, республика Президенты ҡарамағындағы Дәүләт-конфессия-ара советы рәйесе Вячеслав Пятков, дин әһелдәре булды.
– Башҡортостан – күп милләтле, күп конфессиялы төбәк, – тип белдерҙе митрополит Климент доға ҡылғандан һуң. – Бында төрлө дин тотҡан кешеләр үҙ-ара аңлашып, татыулыҡта һәм берҙәмлектә йәшәй. Әле уҙғарылған “Табын” йәрминкәһе лә шуны раҫланы. Православие динлеләр генә түгел, бүтәндәр ҙә күргәҙмә менән ихлас таныша.
Был көндә митрополит Климент рәйеслегендә “Изге Сергий Радонежский: XXI быуатта иман, мәғариф, мәҙәниәт” темаһына конференция уҙғарылды.