Цирк тәртипкә килтерелә21.06.2014
Республика йортонда Рөстәм Хәмитов “Росгосцирк” компанияһының генераль директоры Вадим Гаглоев менән Өфөләге дәүләт циркын капиталь төҙөкләндереү мөмкинлеген тикшерҙе.


– Циркка халыҡ ҙур теләк менән йөрөй. Уны яҡын арала бергәләп тәртипкә килтерһәк ине, – тине Рөстәм Хәмитов. – “Бергәләп” тигән һүҙгә баҫым яһап әйтәм, сөнки “Росгосцирк”ка ла, Башҡортостанға ла быны үҙаллы башҡарыу ҡыйынға төшәсәк. Цирк бинаһында 30-40 йыл дауамында етди ремонт эштәре тормошҡа ашырылмағандыр, моғайын.
Вадим Гаглоев журналистарға осрашыуҙа Өфө циркы майҙанын файҙаланыу мөмкинлектәре тураһында һүҙ барыуы хаҡында белдерҙе.
– Майҙан ярайһы уҡ ҙур – ике мең кешене һыйҙырырлыҡ. Шул уҡ ваҡытта циркка ремонт талап ителә. Бындай бинаны заманса итеп төҙөкләндереү еңел түгел. Тиҙҙән Иваново ҡалаһында ошондай эш башларға ниәтләйбеҙ. 300-350 миллион һум аҡса йүнәлтелә. Эштә оҫта конструкторҙар, инженерҙар ҡатнашырға тейеш, – тип белдерҙе “Росгосцирк” башлығы.


Вернуться назад