25 июндә “Родина” кинотеатрында Булат Йосоповтың Кино мәктәбен тамамлаусылар үҙҙәренең ижад емештәре менән таныштырасаҡ. Улар – 26-сы сығарылыш уҡыусылары. Быйыл 1 июлдә Мәктәп үҙенең биш йыллығын билдәләй.
Программала алты ҡыҫҡа метражлы фильм күрһәтеү ҡаралған. Уларҙы кино сәнғәтенә яңы аяҡ баҫҡан һәм тәжрибәле уҡыусылар төшөргән. Тәҡдим ителгән ижади эштәр араһында Радмир Әхмәровтың “Икмәк бешереүсе – урам һепереүсе” сюрреализм фильмы, Марат Лотфрахмановтың “Барыһын да хәтергә төшөрөү” пародия комедияһы, Руслан Роничтың “Хыянат” социаль комедияһы, Георгий Ивановтың “Тормош кино кеүек” йәштәр драмаһы, Вадим Вәлиуллиндың “Тырнаҡ” триллеры, Илназ Мостафиндың башҡорт телендәге “Тәгәрмәс” социаль драмаһы бар. Уларҙың барыһы ла йәш режиссерҙарҙың үҙ аҡсаһына төшөрөлгән.
Артабан фойела “Йәнле таҫма” тип аталған яңы кинокомпанияның исем туйы үтәсәк. Тамашасыларға кино төшөрөү өсөн тәғәйенләнгән заманса ҡорамалдарҙы, был шөғөлдөң яңы мөмкинлектәрен күрһәтеү, шулай уҡ уларҙы компания партнерҙары менән таныштырыу ҡарала.
– Әлегә беҙҙең кинокомпания республика халҡына “Визит” фильмын күрһәтеү менән мәшғүл. Киләсәктә ҡиммәт булмаған тулы метражлы таҫмалар төшөрөргә уйлайбыҙ. Яңы фильм һәм сериалдарҙың проекттары беҙҙә бар, – тип һөйләне кинорежиссер Булат Йосопов.