Яҙмышы һаман да йөрәкте тетрәндерә20.06.2014
Яҙмышы һаман да йөрәкте тетрәндерә
Иле, халҡы, дине, мәҙәниәте өсөн йәнен фиҙа ҡылған арҙаҡлы шәхестәребеҙ араһында Башҡортостандың тәүге мөфтөйө Мансур Халиҡов та бар. Уҙған быуаттағы репрессия шауҡымын күптәргә ҡарағанда алдараҡ татый башлаған, тотҡонлоҡтан башы сыҡмаған кеше ул.


Мансур Хатип улы 1886 йылдың 20 декабрендә Кәлсер Табын олоҫоноң Стәр­летамаҡ өйәҙе Оло Үтәш ауы­лында (хәҙерге Ға­фури районы) указлы мулла ғаиләһендә донъяға килгән. Атаһы – башҡорт халҡының мәҙәниәтен үҫтереүгә, йәш быуынға белем биреүгә ҙур өлөш индергән шәхес. Оло Үтәш ауылында мәсет һал­дырған, мәҙрәсә төҙө­төүгә күп көс түккән. Әйт­кәндәй, халыҡ шағиры Мә­жит Ға­фу­ри ҙа тап ошо уҡыу йортонда башланғыс белем алған.
Мансур тәүге хәреф­тәрҙе атаһы төҙөткән мәҙ­рә­сә­лә таныған. Улы­ның уҡыу­ға зирәклеген, отҡор­лоғон һиҙгән Хатип хәҙрәт уның белемен артабан үҫте­реү ниәте менән янған. Һө­ҙөм­тәлә Мансур 1905 йылда Троицк мәҙ­рәсәһенә юллан­ған. Данлыҡлы ғилем эйәһе Зәйнулла ишандың ҡулы аҫтында өс йыл бе­лем алғас, тыуған ауылы Оло Үтәшкә ҡайтып, бала­ларҙы уҡыта башлаған. Шәкерттәргә Ҡөрь­ән аятта­рын, шәриғәт ҡанундарын ятлатыу менән бергә мате­матика, геомет­рия, астро­номия, география, тарих фәндәре нигеҙҙәрен дә төшөндөргән.
Бер аҙҙан Мансур Хатип улы белемен камиллашты­рыу маҡсатында Өфөлә асыл­ған “Ғәлиә” мәҙрәсә­һенә уҡырға инә. Унда Ш. Бабич, Ғ. Ибра­һимов һәм башҡалар менән аралашыу рухын тағы ла нығыта. Уҡыу йортон тамамлағас, Мансур Хатип улы тыуған ауылына әйләнеп ҡайтып, баҡыйлыҡҡа күскән атаһы урынына өлкән мөдәр­рис, мәсеттә имам-хатип эшенә тотона, ҡәҙерлеһенең аманатын тотоп, башлан­ғыс­ты уңышлы дауам итә.
1917 йылдың яҙында Ман­сур хәҙ­рәтте губернаның крәҫ­тиәндәр съезына вәкил итеп ебәрәләр. Йыйында баш­ҡорттар ер мәсьәләһен күтәрә. “Тартып алынған бар­лыҡ урман­дарыбыҙ, һыуҙа­ры­быҙ, биләмәләребеҙ беҙгә кире ҡай­тарып бирелергә тейеш”, – тип сығыш яһай Мансур Халиҡов.
1917 йылдың йәйендә Ойоштороу йыйылышына һайлауға әҙерлек баш­лана. Башҡортостан Өлкә Шураһы исе­менән иғлан ителгән “Фе­де­ра­лист- баш­ҡорттар” тигән 11-се кандидаттар исемлегендә Ш. Манатов, З. Вәлиди, Ғ. Шә­миғолов менән бер рәттән имам-хатип М. Халиҡов та була.
Мансур Хатип улы 1918 йылда Табын башҡарма комитетының халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире, унан, Стәр­летамаҡ ҡалаһына күсерелеп, юстиция наркоматында, наркомпрос ҡарама­ғындағы ғилми йәмғиәт ағзаһы булып эшләй.
Аллағыуат ауылында уҙған Беренсе башҡорт ҡоролтайында Кесе Баш­ҡортостандың Диниә назараты төҙөлә, шунда Мансур Хатип улы мөфтөй итеп һайлана.
1921 йылғы аслыҡта М. Халиҡовты халыҡҡа ярҙам итеү комитетының рә­йесе итеп тәғәйенләйҙәр. Дини ойош­маларға ҡаршы эш башлаған яңы власть уға төрлөсә яла яға, хатта юҡ итеү менән өркөтә башлай. Һөҙөмтәлә мосолмандарҙың икенсе съезында ул мөфтөйлөктән баш тарта, ябай мулла булып ҡала. Шулай ҙа эҙәрлекләү дауам итә. “Муллалыҡтан баш тарт­маһаң, башың Себерҙә серейәсәк”, – тип янайҙар. Ошондай һөжүмдәрҙән арыған хәҙрәт муллалығын да ҡалды­рырға мәжбүр була. 1928 йылдың июнендә уның халыҡҡа ошо хаҡта мөрәжәғәте “Башҡортостан” гәзитендә баҫылып сыға.
Халиҡовтың азатлыҡта йәшәүе ҡай­һы бер яуыз әҙәмдәргә тынғылыҡ бирмәй. Шикәйәттәр нигеҙендә ул 1929 йылдың майында, өс йылға иркенән мәхрүм ителеп, Архангельск өлкәһен­дәге лагерға оҙатыла. “Мәктәп асыуға, колхоз ойоштороуға ҡаршы даими агитация алып барғаны өсөн” хөкөм ителә Мансур Хатип улы. Срогын тултырып ҡайтып төшкәс, бер нисә көн үтеүгә уны тағы ла ҡулға алалар. Быныһында хөкөм ителеүҙең сәбәбен дә, күпмегә ебәреүҙәрен дә әйтмәйҙәр. Элекке мулла Алыҫ Себер тарафына оҙатыла, унан Силәбе өлкәһендәге Магнитка төҙөлөшөнә барып эләгә. Шул осорҙа килгән хатында (1932 йылдың ноябрендә яҙылған) көнө-төнө вагонға күмер тейәүҙәре, өҫ-башы туҙыуы, асығыуы, һәләкәт ярында тороп ҡалыуы хаҡында белдергән. Ошондай ғазаптар сигеп, Мансур Хатип улы 1934 йылда лагерҙа вафат була. Ерләнгән урыны билдәһеҙ.
СССР Юғары Советының 1989 йыл­да сыҡҡан указында Мансур Халиҡов тулыһынса аҡлана.
Ниндәй генә ил, милләт яҙмышына күҙ һалһаң да, шул хәҡиҡәткә инанаһың: зыялы нәҫел заттары үҙе кеүектәргә тартыла. Атаҡлы шәхесебеҙ Әхмәтзәки Вәлиди Башҡортостанда йәшәгән осоронда мил­ләт, тел, мәҙә­ниәт ха­ҡын­да фекер алышыу өсөн һәр саҡ Оло Үтәш­кә, Сәйетбабаға килер булған. “Хәтирәләр” китабында унда осрашҡан зыялыларҙы исемен атамай ғына иҫкә алған.
Киң танылған төр­киәт­се, профессор Жә­лил Кейекбаевтың ҡа­­­тыны Нәфисә ханым – данлыҡлы Халиҡовтар нәҫе­ленән. Туғандар ара­һында тағы ла яҙыу­сы, шағир, дра­матург, тәржемәсе, пуб­лицист Ғәзим Шафи­ҡов (Ман­сурҙың һеңлеһе Мөкә­рәмәнең улы), беҙ­ҙең заманда Республика клиник дауа­ханаһының травматология кафедра­һын етәкләгән медицина фәндәре докторы Фәрит Мөхәмәтов (Мансурҙың бәләкәй һеңлеһе Факи­һаның улы) бар.
Аталары төрмәлә ул­тырғанда Ман­сур Хатип улының дүрт балаһы ла Урта Азия яғына юллан­ған. Өлкән ҡыҙы Зәкиә Ташкент дәүләт педаго­гия­ инсти­ту­тының физи­ка-математика фа­куль­тетын тамам­ла­ған, ғүмерен балаларҙы уҡытыуға бағышлаған. Икенсе балаһы Рәфҡәт Ташкент дәүләт финанс-иҡ­тисад институтында белем алған, Бөйөк Ва­тан һуғышында ҡат­наш­ҡан, Үзбәк­стандың, Баш­ҡортостандың фи­нанс органдарында эш­ләгән. Халиҡов­тарҙың өсөнсөһө Әшрәф Таш­кент дәү­ләт индустриаль техникумын тамам­лаған, 1943 йылда Бөйөк Ватан һуғы­шында һәләк булған. Кинйә ҡыҙ Фәүзиә иһә ағаһы Рәфҡәт кеүек Ташкент дәүләт финанс-иҡтисад институтында белем алып, Үзбәкстандағы, Башҡортостан­дағы финанс органдарында хеҙмәт иткән, Өфөләге бер ҙур заводтың бүлек етәксеһе вазифаһынан пенсияға сыҡ­ҡан.

Рамазан ҠОТОШОВ,
философия фәндәре
кандидаты, доцент.



Вернуться назад